

МДУ-ның 2-се курс студенты, Салауат районында тыуып үҫкән Ғайсар Мөхәмәтйәнов кисә тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын биләү хыялы менән уртаҡлашты. Ул Радий Хәбировтан уңышлы идара итеү серҙәре һәм етәксе вазифаһындағы ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙы һорағас, Башҡортостан Башлығы: “Иң мөһиме, бирешмәгеҙ!” - тип яуапланы һәм, бындай әүҙем, шәп егет республикаға ҡайтһын өсөн, хатта үҙ урынымды бүлешергә әҙермен, тип шаяртты.
- Беҙҙең сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың Мәскәү вуздарына инеүе, сит илдәрҙә уҡыуы һөйөнөслө күренеш - был беҙҙең мәғарифтың күрһәткесе. Унда тормош ҡорһалар бик яҡшы. Ләкин бөтәһенең дә республиканан ситтә һыйыныр урын тапмауы ихтимал. Һәм был йәштәр - беҙҙең ресурс. Беҙ уларҙы ҡайтарырға тейешбеҙ, улар менән эшләргә кәрәк. Тиҙҙән Мәскәүҙә студенттар менән осрашыу була, республикала уларҙы нимәләр көтөүе хаҡында һөйләйәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Ошо йәһәттән Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары кураторы, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Илдус улы Рәхмәтуллинға мөрәжәғәт иткәс, ул үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты, башҡарылған эштәре хаҡында һөйләне:
- Мәскәүҙә әлеге ваҡытта Башҡортостандан 3-4 мең самаһы студент уҡый. Улар менән системалы эш алып барыла. Республика Башлығының ҡушыуы буйынса беҙ, Мәскәүҙән тыш, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларының уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар менән дә үҙ-ара эш итеүҙе киңәйттек. “Өйгә рәхим ит!”, “Тыуған ил һеҙҙе онотмаған!”, “Тыуған төйәк, атайсал – көс урыны, унда һеҙҙе һәр саҡ көтәләр!” тигән лозунгылар аҫтында төрлө саралар уҙғарыла.
Мәҫәлән, Мәскәүҙә уҡыған республика аспиранттары, студенттары өсөн аҙыҡ-түлек ылауы ойошторолдо (баш ҡалабыҙҙа уҡыған Башҡортостан студенттарына һәм аспиранттарына туғандары һәм яҡындары кәрәкле әйберҙәр менән посылка ебәрә ала). "Башҡортостандан һөйөү менән" тип аталған аҙыҡ-түлек ылауының беренсе этабы 13 ноябрҙә Сибайҙа старт ала, артабан Баймаҡ, Темәс, Асҡар, Сәрмән, Инйәр, Өфө, Кушнаренко, Дүртөйлө, Нефтекама аша үтәсәк.
Был акция – студенттарҙың идеяһы. Республика етәкселеге менән осрашыуҙар барышында күтәрелгән идея Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хуплау тапты һәм акция уның ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Бынан тыш беренсе курста уҡыған студенттарыбыҙ өсөн “Студенттарға бағышлау” кисәләре ойошторола. Октябрҙә Мәскәүҙә, Екатеринбургта үтте, тиҙҙән Санкт-Петербургта уҙғарыласаҡ. Студенттарыбыҙ ят ерҙә юғалып ҡалмаһын, бер-береһе менән танышһын, аралашһын, берләшһен өсөн Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, республика Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә, тығыҙ хеҙмәттәшлектә ойошторола был саралар.
Студенттар менән осрашыуҙар ҙа йыш үткәрелә. Белеүегеҙсә, 19 ноябрҙә Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе вуздарында белем алыусы Башҡортостан студенттары өсөн ойошторолған “Яҡташ” форумында йәштәребеҙ Республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашасаҡ. Был сара яҡташтарҙы берләштереү, йәштәр менән республика араһында бәйләнеште нығытыу маҡсатында уҙғарыла. Төп бурыс - Башҡортостан менән бәйләнеште һаҡлаған һәм төбәк үҫешенә өлөш индерергә ынтылыусы әүҙем йәштәр берләшмәһен булдырыу. Йыл һайын ҡышҡы каникулда үткәрелгән осрашыуҙарҙа ла студенттарыбыҙҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Йәйгеһен Йылайырҙа “Za единство страны – Zа берҙәмлек” йәштәр фестивале булды. Унда башҡа төбәктәрҙәге уҡыу йорттарында белем алған йөҙҙән ашыу студент ҡатнашты, яҡташтарҙың, йәштәр ассоциацияларының бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итеүенә күперҙәр һалынды.
Хәҙер Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә студенттарҙың үҙенең офисы бар. Былтыр Мәскәүҙә Башҡорт йәштәр-мәҙәни үҙәге асылды. Йәштәр уҡыуҙан һуң йыйылышып, аралаша, милли музыка ҡоралдарында уйнай ала. Мәскәү ҡалаһында Тулы хоҡуҡлы вәкиллек ярҙамында 14 йәмәғәт ойошмаһы һәм ижади коллектив эшләй.
Әйткәндәй, былтыр 1-3 курс студенттары төрлө саралар уҙғарыуға, ижади студиялар ойоштороуға республика Башлығының гранттарын отто. Уларҙың эше яҡташтарҙың берҙәмлеген нығытыуға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ошондай эшмәкәрлек нигеҙендә Башҡорт йәштәр-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килде лә инде. Әлегә ул “Алтын ай” бейеү коллективын һәм “Дуҫлыҡ” халыҡ йырҙары ансамблен берләштерә. Быйыл ҡурайсылар ансамблен һәм тағы ла бер йәштәр бейеү ансамблен ойошторорға ниәтләйбеҙ. Баш ҡалала йәштәр ныҡ әүҙем. Былтыр студенттар Мәскәүҙә сәй кисәһе - “Сәй-пати” үткәрҙе. Бынан тыш башҡорт айтишниктарын йыйған “АйтиБаш” форумы ойошторолдо. БР Башлығының Гранттар фонды иҫәбенә йәш таланттарҙы үҫтереү, уларға ярҙам итеү, тармаҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн "Йәшмә" белем биреү форумы уҙғарылды. Унда республикабыҙҙан сыҡҡан билдәле кешеләр - ковидтан вакцина уйлап сығарған Айҙар Ишмөхәмәтов, легендар спортсы, биатлон буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы, ЦСКА начальнигының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары Светлана Ишморатова, Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәтенән департамент начальнигы урынбаҫары Рафаэль Хәкимов һәм башҡа танылған шәхестәр ҡатнашты. Һәр сығышта тиерлек, ҡайҙа, кем булып эшләһәң дә, иң мөһиме – тамырҙарыңды, кесе Ватаныңды онотма, республикаға файҙа килтер, тигән фекер ярылып ятты. Һүҙҙәрен эштәре менән раҫлай улар. Әйтәйек, Рәсәй профессиональ бералыш яугиры, Мәскәүҙә “EVOLVE GYM” ҡара-ҡаршы тороу көрәше һәм кроссфит клубына нигеҙ һалыусы һәм клуб хужаһы Илфат Әмиров һәр саҡ беҙгә сараларҙы уҙғарырға ярҙам итешә. Дизайнер Фиоза Миңлебаева ла шундай бағыусыларҙың береһе. “Мәскәү һылыуҡайы” конкурсы, башҡорт музыкаһы фестивале, аспиранттар юбилейы, футбол һәм волейбол, ҡатнаш бералыштар буйынса чемпионаттар – саралар күп үтә. Тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә студенттарҙы туплаған, берләштергән спорт берекмәләренең исемдәре республика менән бәйле һәм Мәскәүҙә уҙғарылған ярыштарҙа Башҡортостан исеменән сығыш яһайҙар. Мәҫәлән, “Ағиҙел” елкән клубы йыл һайын башҡорт регатаһын ойоштора.
Октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһынан студенттар һәм йәштәр ҡатнашлығында "Башҡортостан: яңы ҡарарҙар өсөн платформа" осрашыуы үткәйне, унда республиканың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм мәғариф, медицина, бизнес, мәҙәниәт өлкәләренә ҡағылышлы перспективалы башланғыстар тикшерелде. Сарала республиканан ситтә үҙ профессиональ эшмәкәрлегендә ҙур уңыштарға өлгәшкән билдәле шәхестәр ҡатнашты. Йәнле аралашыу барышында йәштәр башҡорт телендә һөйләшеү клубын ойоштороу, тыуған республикала стажировка программаһын булдырыу кеүек тәҡдимдәр индерҙе. Күптәренең Башҡортостанға ҡайтырға һәм үҙ проекттарын үҫтерергә теләге бар.
Башҡортостан алға бара, ә йәш быуын төбәк һәм бөтә ил үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә әҙер – шул ҡыуаныслы!
Мәскәү студенттарының тәжрибәһен башҡа ҡалаларға ла таратабыҙ. Екатеринбургта башҡорт мәҙәниәте үҙәге менән берлектә бер нисә осрашыу үтте. Санкт-Петербургта ла Гөлназ Хәләф ҡыҙы етәкләгән урындағы ҡоролтай менән хеҙмәттәшлек итеп, төрлө саралар уҙғарабыҙ.
Йыл һайын Мәскәүҙең уҡыу йорттарына яҡынса 900 кеше уҡырға инә, Санкт-Петербургҡа – 700, Екатеринбург, Силәбегә яҡынса 200-шәр. Һәр яҡташыбыҙ менән бәйләнеш булдырырға тырышабыҙ. Ниндәй генә хәлдә лә ул үҙенең яңғыҙ түгеллеген белергә тейеш, беҙ һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙербеҙ. Ҙур мегаполистарҙа юғалып ҡалмай, төплө белем алып, тыуған республикабыҙға әйләнеп ҡайтһындар.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: барыһы ла студенттарҙан ҡала. Беҙ, республика вәкиллеге, башҡа төбәктәрҙә белем алған әүҙем йәштәребеҙҙең башланғыстарын күтәреп алырға, студенттарҙы берләштереүгә йүнәлтелгән сараларҙы ойошторор өсөн административ ресурстарҙы йәлеп итеп, ярҙам итергә әҙер.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.