Ил һаҡсыларын хәстәрләп, улар йылы әйберҙәр йыя, ойоҡбаш-бирсәткәләр бәйләй, төрлө тоҙланмалар, рассольниктар әҙерләй. Ошо көндәрҙә ағинәйҙәр ауыл клубына йыйылып, яугирҙар өсөн туҡмаҫ киҫә, шифалы үләндәрҙән сәйҙәр тултыра, киптерелгән төрлө еләктәрҙе алып килеп, тәмле һәм файҙалы күстәнәстәр йыя.
Шулай берҙәм көс менән, яңы ҡаралар был юлы ла ил һаҡсыларына йәшник-йәшник күңел йылыһын сәләм итеп ебәрергә әҙерләнә.
“Беҙ МХО-лағы ир-егеттәребеҙ өсөн борсолабыҙ, уларҙың имен-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көн-төн теләйбеҙ. Беҙҙең күстәнәстәр — шифалы сәйҙәр, ҡайнатмалар, бал, тоҙланмалар, туҡмаҫ, йылы кейемдәр һалдаттарыбыҙға көс, Еңеүгә ышаныс өҫтәһен, сәләмәтлектәрен нығытһын!” — ти уңған, тырыш, хәстәрлекле ағинәйҙәр.
Наилә Имаева.