Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
13 Ноябрь 2025, 05:50

Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

Бөгөн Асҡын районы  егеттәре Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына  хеҙмәт итергә  юлланды.  Районыбыҙҙан ете егет Өфө ҡалаһының йыйылыу пунктына оҙатылды. Уларға изге сәфәрҙәр теләйек.

Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

Призывниктарҙы оҙатырға иң яҡын кешеләре килде: ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары, күршеләре. Уларҙың барыһын да илдең киләсәге өсөн дөйөм яуаплылыҡ һәм илһөйәрлек тойғоһо берләштергән.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева һәм Ғабдулла хәҙрәт Хәсәнов армияға саҡырылыусы егеттәргә  өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

- Бөгөн Беҙ Ҡашҡа ауылынан Динис Сәмиғуллинды, Иҫке Ҡаҙансынан  Руслан Ғәлиевты, Ҡубияҙҙан  Эдуард Шамидановты, Төлгөҙбаштан Илназ Мөхәмәтйәновты, Солтанбәктән  Данил Хикмәтовты һәм Данил Ғарифуллинды, Асҡындан  Тимур Ғәйнелйәновты оҙатабыҙ. Лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ! Һеҙгә үҙегеҙҙе намыҫ менән күрһәтеүегеҙҙе, Ватанды һаҡлаусы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтөүегеҙҙе, Ватанға хеҙмәт итеүҙең изге бурысынан тайпылмауығыҙ менән ғорурланыуығыҙҙы теләйем. Хеҙмәт ваҡыты һиҙелмәйенсә үтһен, көн һайын һеҙгә файҙа килтерһен, армия һеҙҙең рухығыҙҙы нығытһын, көс, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм һаулыҡ өҫтәһен! - тине Эльза Ҡәҙим ҡыҙы егеттәргә.

Ғабдулла хәҙрәт һәр егеткә  изге теләктәр менән алдағы юлда ярҙам һәм яҡлау символына әйләнгән һаҡлыҡ доғаһын-бөтөү тапшырҙы.

Армия сафтарына хеҙмәт итергә юлланған  яҡташтарыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәт итеп, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас