

Юл мәсьәләһе Асҡын районында ла көнүҙәк һорау булып тора. Бигерәк тә халыҡты Асҡын - Үрге Тәтешле автомобиль юлының айырыуса яҙғы һәм көҙө бысраҡта үткеһеҙ насар хәлдә булыуы борсой.
Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Фәрит улы Денисламов мөһим сара тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне.
— Йыл һайын асыҡ диалог форматында уҙған был сараны көтөп алып, иғтибар менән ҡарайбыҙ. Тура бәйләнеш ваҡытында кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик мөһим мәсьәләләр хәл ителә һәм контролгә алына.
Быйылғы һөйләшеүҙә Асҡын районы халҡын борсоған һорау ҙа яңғыраны. Иҫке Ҡаҙансы ауылынан Айдар Ғафуръянов Асҡын-Үрге Тәтешле автомобиль юлының бөгөн аяныслы хәлгә ҡалыуы тураһында һөйләне һәм уны ремонтлауҙа ярҙам һорап, Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итте. Радий Фәрит улы 2026 йылда был юлдың ремонтланасағы тураһында белдерҙе. Әлбиттә, был асҡындар өсөн генә түгел, ә күрше-тирә райондар өсөн дә ҡыунаслы хәбәр булды. Ғөмүмән, тура бәйләнеш ваҡытында күп һорауҙарға ыңғай яуаптар ишетеп ҡыуанды мөрәжәғәт итеүселәр.
Радий Фәрит улы халыҡты борсоған һорауҙарға аныҡ яуап бирҙе, шулай уҡ 2026 йылға социаль әһәмиәтле эштең төп йүнәлештәрен билдәләне. Һорауҙарҙың күп булыуы халыҡтың власҡа ышанысы тураһында һөйләй, ә республика Башлығы сираттағы тапҡыр төбәктең һәм унда йәшәүселәрҙең бөтә проблемаларына тәрән төшөнөүен күрһәтте.
Наилә Имаева.