

Тантаналы сарала барыһы өсөн күптән көтөлгән байрамға әүрелде. Оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа ҡунаҡтар менән бергә түргә үтте.
Ауыл халҡы ошо уңайҙан байрам ойошторҙо.
Байҡыбаштарҙың шатлығын уртаҡлашырға Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Руслан Булатов, йәштәр һәм спорт бүлеге начальнигы Вячеслав Симиряков, Байҡыбаш ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Ибраһимов, шулай уҡ күрше аулдарҙан ижади коллективтар йыйылды.
Ҡыҙыл таҫманы тантаналы киҫкәндән һуң ҡунаҡтар бинаның эске биҙәлеше менән танышты. Капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китапхана, тамаша залы, фойе, артистар бүлмәһе яңы һулыш алып, балҡып тора.
Нурлы, яҡты мәҙәниәт йортонда ошолай зал тултырып йыйыла алыуҙан күңелдәр тулып, ихлас рәхмәтен еткерергә теләүселәр күп булды.
Байрам «Хеҙмәт һөйгән халҡыма дан!» тип аталған ҙур байрам концерты менән тамамланды.
Марат Бүләков.
Автор фотолары.
Ҡариҙел районы.