Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
12 Ноябрь 2025, 07:00

Яугирҙарға — тәмле солянка

Ҡашҡа ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индереүен дауам итә.

Яугирҙарға — тәмле солянкаЯугирҙарға — тәмле солянка
Яугирҙарға — тәмле солянка

Күптән түгел ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылып, махсус  хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға  файҙалы һәм туҡлыҡлы ризыҡ  — солянка  әҙерләй.  Был ризыҡты  әҙерләү өсөн  һәр кем кәрәкле йәшелсәләрҙе алып килә. Банкаларҙы ла бергәләп хәстәрләйҙәр.  

“Иң мөһиме, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау еңеп ҡайтһын”, —  тип теләй-теләй, йәшелсәләрҙе турайҙар.

Ҡашҡаларҙың  күстәнәстәре  яугирҙарға  өй йылыһын, яҡындарының, ауылдаштарының хәстәрен һәм сәләмдәрен алып барып еткерһен.

Наилә Имаева.                    

Яугирҙарға — тәмле солянка
Яугирҙарға — тәмле солянка
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас