

“Каскадер” тап ошо мәктәптә уҡыған. 9-сы класты тамамлағас, Асҡында Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжын тамамлай. Артабан армия сафтарында хеҙмәт итә.
2024 йылдың 8 октябрендә контракт буйынса махсус хәрби операцияға юллана.
Яугир яҡташыбыҙ балаларға Рәсәй һалдаттарының батырлығы, әрме хеҙмәте, Ватанға һөйөү, илебеҙ именлеге, хәрби бурысты үтәү тураһында һөйләй. Уҡыусыларға тырышып уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итә. Балалар хәрбиҙе ҡыҙыҡһынып тыңлап, етди һорауҙар ҙа бирә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәре төшөргән һүрәттәрен, эшләгән открыткаларын “Каскадер"ға бүләк итә.
Осрашыуҙа тылдан һалдаттарға килгән гуманитар ярҙам тураһында ла һөйләшәләр. Форсаттан файҙаланып, яугир ауылдаштарына һәм барлыҡ район халҡына гуманитар ярҙам йыйып ебәреп торғандары өсөн рәхмәт белдерә.
Ошондай осрашыуҙар Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй, тип һанай сараны ойошторған уҡытыусылар. Улар яугирға изге теләктәрен белдереп, осрашыу иҫтәлеге итеп йылы кейем бүләк итә.
Тиҙерәк илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, һалдаттарыбыҙ еңеү менән, иҫән-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Наилә Имаева.