Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь , 21:00

Яугирҙар менән бәйләнеш

Башҡортостан Башлығы менән тура эфир барышында махсус хәрби операция биләмәһенән "Башҡортостан" полкының яугирҙары, Шайморатов, Доставалов батальондарынан да бәйләнешкә сыҡтылар. Тиҙҙән беҙҙә тағы бер Рәсәй Геройы булыуы ихтимал.     

Яугирҙар менән бәйләнеш
Яугирҙар менән бәйләнеш

БР Башлығының кәңәшсеһе Алик Камалетдинов алғы һыҙыҡта яуҙаштарын ҡотҡарған Азамат Муллашев тураһында һөйләне. Салауат ҡалаһынан булған ир-егет фронтта хәрби бурыс үтәгәндә яраланһа ла, дуҫтарын ташламай, тыныс ергә алып сыға. Үҙе аяғын юғалта. Һәм бер генә тапҡыр ҡотҡармай ул яуҙаштарын. Командование уны Рәсәй Геройы исеме биреүгә күрһәткән. Радий Хәбировтың да ходатайствоһы бар.

Бөтә яугирҙар имен булһын, иҫән-һау өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын!

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-11/yaugir-ar-men-n-b-yl-nesh-4462496

 

 

Автор:
Читайте нас: