Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь , 19:05

"Барыһы ла яҡшы буласаҡ!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш башланды. Уға халыҡтан сама менән 4500 һорау килгән.

Тура эфирҙа аралашыу башланғас та, Хәбировтан алып барыусы Руслан Шәрәфетдинов, артабан нисек буласаҡ, тип һораны.

Яуап шундай: Барыһы ла яҡшы буласаҡ!

Тура бәйләнешкә төрлө һорау килгән. Әлбиттә, Радий Фәрит улы ваҡыт еткән тиклем уларға яуап бирәсәк. Өлгөрмәгәнен дә эшкәртеүгә аласаҡтар һәм артабан уны хәл итеү ҡарала.

- Беҙҙең республиканың бөтә макроиҡтисади күрһәткесе яҡшы, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы индексы, эш хаҡтары "плюс" менән. Бөтә социаль бурысты үтәүгә мөмкинлегебеҙ бар. Төҙөлөшө барған социаль объекттарҙы ла төҙөп бөтәсәкбеҙ. Нимә генә булмаһын, ә һынауҙар бар, барыһы ла яҡшы буласаҡ, - тине Радий Хәбиров.

Быйылғы тура бәйләнеште “Башинформ” агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов менән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Денис Ғәниев алып бара.

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-11/bary-y-la-ya-shy-bulasa-4462055

Автор:
Читайте нас: