Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь , 09:55

Солтанбәктә ҡаҙ өмәһе үтте

“Айыҡ ауыл – 2025” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында ҡаҙ өмәһе үтте.

Солтанбәктә ҡаҙ өмәһе үтте
Солтанбәктә ҡаҙ өмәһе үтте

Айыҡ тормошҡа ынтылып йәшәүсе Солтанбәк ауылында уңған, тырыш, берҙәм халыҡ йәшәй. Әнғимә һәм Венер Саяповтар күпләп мал аҫрап, етеш тормошта ғүмер итеүсе эшһөйәр ғаиләләрҙең береһе. Улар  йыл да ҡаҙ бәпкәләре алып үҫтерә. Быйыл да 27 ҡаҙ ҡарап һимерткәндәр. Үткән ял көндәрендә боронғо йоланы дауам итеп, дуҫ-туғандарын саҡырып, ҡаҙ өмәһе үткәрә Саяповтар. Бергәләшеп эшләнгән эш үҙе үк байрам төҫө ала. Йырлай-йырлай, матур теләктәр теләп, ҡаҙҙарҙы эш итә өмәселәр.

 — Йыл да шулай бергәләп ҡаҙ өмәһе үткәрәбеҙ. Бергәләп эшләгәс, эш тә ырамлы бара, күңелле лә була. Ҡаҙ үҫтереү бик файҙалы, тип һанайым. Ите лә бик тәмле, артҡанын һатырға була, йөнө лә мендәр эшләр өсөн бик кәрәк. Беҙ ҡош-ҡорттан тыш, хужалығыбыҙҙа ике һыйыр, ҡышлауҙар, быҙауҙар аҫрайбыҙ.  Мал ҡарау өсөн бар уңайлыҡтар ҙа бар, тик тырышлыҡ һәм сәләмәтлек кәрәк. Аллаға шөкөр, үҙебеҙ үҫтергән йәшелсә-емеште, әҙерләгән ит-һөт ризыҡтарын ашайбыҙ. Барыһы ла бар, тик донъяларыбыҙ имен, балаларыбыҙ иҫән-һау, халҡыбыҙ дуҫ-татыу, артабан да айыҡ, сәләмәт тормошҡа ынтылып йәшәһен, — тип теләй уңған хужабикә Әнғимә Саяпова.


Солтанбәктәге һымаҡ ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә. Афарин, солтанбәктәр!

Наилә Имаева.

Солтанбәктә ҡаҙ өмәһе үтте
Солтанбәктә ҡаҙ өмәһе үтте
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: