Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь , 20:35

Салауат Юлаев үҙ ваҡытында урынына ҡайтасаҡ!

Һүҙ, әлбиттә, милли батырыбыҙҙың Өфөлә ҡуйылған һәм әле реставрацияға һүтеп алынған һәйкәле тураһында.

Салауат Юлаев үҙ ваҡытында урынына ҡайтасаҡ!
Салауат Юлаев үҙ ваҡытында урынына ҡайтасаҡ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һәйкәлде ремонтлау барышы, цехтағы хәл-торош тураһында һорап, Радий Хәбировтан шәхсән унда барып ҡарарға теләге бармы-юҡмы икәнен белеште.

Быға яуап итеп, халыҡҡа ремонт цехынан трансляция күрһәттеләр.

"Реконструкцияны тотҡарлау ярамай ине. Финанслау ҙа бар, йәмәғәтселек тә мотлаҡ ремонтлау кәрәген аңланы. Планға ярашлы, һәйкәлде генә түгел, ә уның тирәләй майҙан да яңыртыла. Уны 2027 йылда Республика көнөнә асырға ниәт бар", - тине БР Башлығы.

Реконструкциялау ангары Өфөлә, Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан. Белгестәр һәйкәл элементтарын таҙарта.

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: