Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь , 06:50

Салҡаҡ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Был проектты тормошҡа ашырыу – Борай районының һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүҙә халыҡтың йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән мөһим аҙым, ти баш табип. 

Салҡаҡ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Салҡаҡ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

орай районының Салҡаҡ ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») тормошҡа ашырыу барышында төҙөлдө, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы уңайлы ҡабул итеү һәм медицина персоналының һөҙөмтәле эшләүе өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Унда иркен фельдшер кабинеты, процедуралар, ҡарау, сисенеү, медицина документтарын һаҡлау һәм заманса санитар бүлмәләр бар.

«Ошо проектты тормошҡа ашырыу – Борай районының һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүҙә халыҡтың йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән мөһим аҙым. Заманса медицина пунктын асыу Салҡаҡ ауылы халҡына сифатлы һәм ваҡытында күрһәтелгән беренсел медицина-санитар ярҙамы менән ҡулланырға мөмкинлек бирә», - тип билдәләне Борай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радик Хәсәнов.

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын - 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Борай районы хакимиәтенән. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
Салҡаҡ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Салҡаҡ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
Автор:
Читайте нас: