Радий Хәбиров БПЛА, дрондарға ҡаршы тороу тураһында һөйләне. Уға ошо темаға һорауҙы "Известия"ның военкоры Эмиль Тимашев бирҙе.
Ишетеп-күреп тораһығыҙ, беҙҙең ҙур предприятиеларға осоп киләләр. Һаҡлау мөһим.
"Беҙҙең актив һәм пассив һаҡ системаһы булдырылды. Оборона министрлығы ярҙам итә. Беҙҙең "Панцирь", зенит һәм башҡа ҡоралыбыҙ бар. Бер нисә быуын радиоэлектрон ҡаҡлыҡтырыу ҡорамалдарын алмаштырҙыҡ. Гел яңыртып торабыҙ. МХО беҙҙән алыҫ, тип тынысланырға түгел, дрон һөжүменә лә күнергә кәрәк. Кешеләргә хәүеф юҡ, ә предприятиеларға бар. Беҙ үҙебеҙҙе етди һаҡлайбыҙ, бөтә предприятиелар эшләй. Фейктар һуғышы ла бара. Халыҡты шөбһәләндереүселәр ялған хәбәр тарата. Беҙгә ышанығыҙ. Һаҡ хеҙмәте һөҙөмтәле эшләй", - тип яуап бирҙе БР Башлығы һәм халыҡты паникаға бирелмәҫкә саҡырҙы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.