Дүрт йыл элек кенә Богдана тәүге тапҡыр Бөрөләге хәрби сәнғәт академияһына килә. Шул ваҡыттан алып уның һәр көнө — ныҡышмалы күнекмәләр, үҙ-үҙеңде дисциплиналау һәм үҙ-үҙеңә ышаныу юлы. Һәм ниндәй һөҙөмтә!
2025 йылдың мартында — Санкт-Петербургта Рәсәй беренселегендә ике алтын, июнь айында — Мәскәүҙә бронза миҙалдар яулай. Ә хәҙер Истанбулда триумф! Унда Богдана донъя беренселегендә өсөнсө урын яулай! Күҙ алдына килтерегеҙ: беҙҙең яҡташыбыҙ донъяның иң көслө спортсылары араһында пьедесталда тора!
Был еңеүҙәр — Богдананың көндәлек хеҙмәте, ошо йылдар эсендә уны күнекмәләргә йөрөтөүсе ата-әсәһенең ярҙамы һәм тренер Владислав Мамедовтың оҫталығы. Был ысын команда эше!
“Богдана, һине ошо ҙур ҡаҙаныштарың менән ихлас ҡотлайым. Һин ғаиләңдең генә түгел, бөтә Мишкә районының ғорурлығы! Маҡсат, эшһөйәрлек, янып-көйөп торған ғаиләң һәм яҡташтарың барҙа, барыһын да эшләргә булғанын үҙ миҫалыңда иҫбат иттең. Афарин! Яңы еңеүҙәр, ныҡлы һаулыҡ һәм өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмауыңды теләйем! Беҙ барыбыҙ ҙа һиңә ышанабыҙ!” — тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәрендә Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова.
Наилә Имаева әҙерләне.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall181237579_471