Кирилл Полежаев, Ҡариҙел 1-се урта мәктәбен тамамлаған. Белем усағы тормошонда әүҙем ҡатнаша һәм төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Йәш сағынан техника менән мауыға, йыш ҡына ауылда була һәм олатаһына трактор һәм комбайн төҙәтергә ярҙам итә. Туғыҙынсы кластан һуң Өфө политехник техникумының Бөрө филиалына уҡырға инә. Унда газ селтәрҙәрен төҙөү һәм файҙаланыу өлкәһенә ҡараған һөнәр үҙләштерә. Хеҙмәт юлын сауҙа өлкәһендә башлай. 2013 йылдың майында армияға саҡырыла. Уссурийскиҙа хеҙмәт итә.
Хәрби хеҙмәттән һуң Кирилл бер ни тиклем ваҡыт водитель булып эшләй, артабан ағас әҙерләү менән шөғөлләнә. 2020 йылда Обнинск ҡалаһына барып, металлургия комбинатына эшкә урынлаша, һуңынан ғаиләһен дә күсерә.
2022 йылда өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә алына.
Кирилдың илһөйәрлеге Тыуған илен яҡларға әҙер булыуында ғына түгел, ә яҡындарын хәстәрләүендә лә сағыла. Ул һәр ваҡыт ғаилә өсөн ваҡыт таба, яратыусан ул, ир һәм атай булып ҡала. Уның миҫалы ысын геройҙың һәр шарттарҙа ла үҙ принциптарына тоғро булыуын иҫбатлай.
Кирилл Полежаев хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәне өсөн Жуков наградалары, “Хәрби берләшмәне нығытҡан өсөн”, "Батырлыҡ өсөн" миҙалы, Батырлыҡ ордены һәм командирҙың рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Наилә Имаева әҙерләне.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall519141188_14832