Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
8 Ноября 2025, 14:50

"Халыҡтар берҙәмлеге йылы иғлан итеүҙе хуплайбыҙ"

Илебеҙ Президенты Владимир Путинға киләһе, 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип атарға тәҡдим иткәйнеләр. Әлбиттә, был яҡшы ниәт хупланды. Беҙҙең республика етәкселеге лә ыңғай ҡабул итте. Күп милләтле Башҡортостан булараҡ, беҙ - татыулыҡ, берҙәмлек өлгөһө. Эйе, Халыҡтар берҙәмлеге йылы бик ваҡытлы иғлан ителә, тигән фекерҙә БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова.

"Халыҡтар берҙәмлеге йылы иғлан итеүҙе хуплайбыҙ""Халыҡтар берҙәмлеге йылы иғлан итеүҙе хуплайбыҙ"
"Халыҡтар берҙәмлеге йылы иғлан итеүҙе хуплайбыҙ"

"Ошо көндәрҙә беҙ Президентыбыҙ Владимир Путинға киләһе йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип атарға тәҡдим итеүҙе һәм дәүләт башлығының идеяны хуплауын ишетеп бик ҡыуандыҡ. Әлбиттә, беҙ ҙә хуплайбыҙ. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң бурысы ла - халыҡтарҙы берләштереү, бер-беребеҙҙе тыңлау, ишетеү, аңлау. Шуға ла киләһе йылда беҙҙең бөтә сара, проект республикабыҙҙа йәшәүсе бар милләтте тағы ла берҙәмерәк итеүгә, йәштәр менән күберәк эшләүгә йүнәлтеләсәк. 

Милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре менән осрашҡанда тышҡы баҫым ғына түгел, эстән дә беҙҙе тарҡатырға маташыусылар барлығы хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ, ҡаршы тороу, ныҡ булыу юлдарын ҡарайбыҙ. Илебеҙҙең иҡдисадын тотороҡһоҙландырыуҙан тыш, милләт-ара, дин-ара татыулыҡты ҡуҙғытырға тырышыусылар бар. Әммә Президентыбыҙҙың дөрөҫ ҡарарҙары, дөйөм маҡсаттарыбыҙ бынан 80 йыл элекке кеүек үк ныҡ тороуҙы тәьмин итәсәк. Беҙҙең халыҡтарҙың рухы бер һәм берҙәм.

Рәсәйебеҙ күп милләтле, бай мәҙәниәтле, татыу, бер-береһенә ихтирамлы халҡы менән ғорурланған ил булыуын бөтә донъяға тағы бер тапҡыр иҫбат итәсәк".

Автор:
Читайте нас