Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
7 Ноябрь 2025, 16:40

Уҡыусылар, студенттар өсөн – конкурс!

«Йәш журналист» конкурсында VII – XI класс уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашырға саҡырыла.  

Уҡыусылар, студенттар өсөн – конкурс!Уҡыусылар, студенттар өсөн – конкурс!
Уҡыусылар, студенттар өсөн – конкурс!

Уны Өфө фән һәм технологиялар университетына ҡараған Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филология факультеты факультеттың йәш журналистар клубы, «Дан» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма, 23-сө үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы менән берлектә  ойоштора. Ул Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында  үткәрелә.

Ижади эш темаһы ирекле. Тәҡдим ителгән темалар: балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр тормошо; балалар клубтары, студиялар, секциялар, командалар; ҡыҙыҡлы кешеләр; ғаилә, ата- әсәләр һәм балалар; минең илем, минең республикам, минең ҡалам, минең урамым, минең яратҡан яҙыусым (шағир, прозаик, драматург), Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына – минең еңеүем.

Конкурс өс төркөм буйынса уҙа: VII – IX кластар, X – XI кластар, колледж һәм юғары уҡыу йорттарының I -V курс студенттары.

Конкурс ике номинация буйынса үткәрелә:

«Текст» -  журналист жанрҙарының береһендә башҡарылған эш: хәбәр, репортаж, интервью, рецензия, корреспонденция, мәҡәлә, эссе, очерк һ.б. Эш күләме һайланған жанрға тап килергә тейеш, әммә шул уҡ ваҡытта 1500 билдәнән кәм булмаҫҡа тейеш (буш урындар менән).

«Видео» –   урындан  репортаж, ҡыҙыҡлы урын йәки сәйәхәт, кеше тураһында (шул иҫәптән интервью) йәки башҡа темаларға видеояҙмалар  5 минуттан да артыҡ булмаҫҡа тейеш.

Ижади  эштәр konkurs_molodojzhurnalist@bk.ru электрон почтаһына «Конкурсная работа башкирский язык йәки русский язык, татарский, чувашский язык» билдәһе менән ҡабул ителә. Матбуғат баҫмаларында донъя күргән, унан алдағы конкурстарҙа ҡатнашҡан эштәр ҡабул ителмәй.

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://vk.com/wall-153122170_19634 алырға мөмкин.

 

Автор:
Читайте нас