Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
7 Ноябрь 2025, 04:15

Радий Хәбиров халыҡ-ара спорт форумының пленар ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XIII “Рәсәй – спорт державаһы” Халыҡ-ара спорт форумының пленар ултырышында ҡатнашты.    

Радий Хәбиров халыҡ-ара спорт форумының пленар ултырышында ҡатнаштыРадий Хәбиров халыҡ-ара спорт форумының пленар ултырышында ҡатнашты
Радий Хәбиров халыҡ-ара спорт форумының пленар ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XIII “Рәсәй – спорт державаһы” Халыҡ-ара спорт форумының пленар ултырышында ҡатнашты.

Форумдың темаһы – “Спорт киләсәк хаҡына: бергәләп еңәбеҙ”.

Форум делегаттарына тәбрикләү һүҙе менән Рәсәй Президенты Владимир Путин мөрәжәғәт итте. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, пленар ултырыштың темаһы замандың төп ихтыяжын сағылдыра – спорт хәрәкәтен үҫтереүҙә бөтә илдәрҙең көсөн берләштерергә кәрәк.

“Рәсәй, планетаның күпселек дәүләттәре кеүек үк, илдәр һәм халыҡтарҙың тиңлек, бер-береңдең ихтыяжын аңлау, милли мәҙәниәттәрҙе ихтирам итеү нигеҙендә хеҙмәттәшлек итеүе өсөн сығыш яһай”, – тине Владимир Путин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан баш ҡалаһындағы бынан алдағы форумда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, ишкәк слаломы өсөн комплекстың тәүге сираты асылғайны.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:
Читайте нас