Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
7 Ноябрь 2025, 10:40

Хәрбиҙәргә түләүһеҙ белем алыу

Дәүләт Думаһының пленар ултырышында "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" законға төҙәтеүҙе ҡарайҙар.

Хәрбиҙәргә түләүһеҙ белем алыуХәрбиҙәргә түләүһеҙ белем алыу
Хәрбиҙәргә түләүһеҙ белем алыу

Ул Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға колледжда йәки техникумда түләүһеҙ икенсе урта профессиональ белем алыу хоҡуғын биреүгә ҡағыла. Бынан алдараҡ Дәүләт Думаһы Махсус операция яугирҙарына белем алыуҙы ябайлаштырыуға йүнәлтелгән бер нисә закон ҡабул итте. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин билдәләүенсә, был саралар "илде яҡлаусылар өсөн белем алыу мөмкинлеген арттырырға, шулай уҡ хеҙмәтте тамамланғандан һуң уларға тиҙерәк яраҡлашырға мөмкинлек бирергә тейеш". Дәүләт Думаһында белдереүҙәренсә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эше тәүге урында тора. Бөгөнгә ошо маҡсатта 145 закон ҡабул ителгән, даими камиллаштырылған система булдырылған.

https://vk.com/wall-36948678_12750

Автор:
Читайте нас