Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
7 Ноябрь 2025, 06:30

Булдыҡлы, тырыш фермер

дәүләт ярҙамын алып,  йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә.

Булдыҡлы, тырыш фермерБулдыҡлы, тырыш фермер
Булдыҡлы, тырыш фермер

Әлмир Әхмәтшин Оло Шаҙы ауылында тыуып үҫә. Ауылдаштары кеүек үк ғаилә ҙур хужалыҡ тота: бер нисә эре мөгөҙлө мал, һарыҡтар, ҡош-ҡорт ҡарайҙар. Егеткә йорт хайуандарынан иң яҡыны ат була. Бәләкәй сағында уҡ ул атаһының атын эйәрләп, яландарҙа елеп йөрөргә ярата. Ул саҡта, йылдар үткәс, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнерен белмәй әле үҫмер. 

Урта мәктәпте тамамлағас, Әлмир урман хужалығы техникумына уҡырға инә. Тыуған ил алдындағы бурысын Мәскәү ҡалаһында ракета-артеллерия ғәскәрҙәрендә үтә.

Булдыҡлы егет эшҡыуарлыҡҡа тәүге аҙымдарын яһап, тыуған ауылында һәм Бөрө ҡалаһында магазиндар һәм пекарнялар аса.

— Эш урындары булдырабыҙ, төньяҡ-көнсығыш төбәкте икмәк-булка эшләнмәләре менән тәьмин итәбеҙ. Бигерәк тә билмәндәр ҙур һорау менән ҡулланыла. Быйыл Оло Шаҙыла “Хәләл” маркаһы аҫтында ат итен эшкәртеү цехын асырға ниәтләп торабыҙ. Тағы ла өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк, — ти эшҡыуар.

2025 йылда Әлмир Таһир улы башҡорт тоҡомло бер нисә баш ат һатып ала.  Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” дәүләт программаһы тураһында ишетеп, ошо мөмкинселектән мотлаҡ файҙаланып ҡалырға кәрәк, тип уйлай. Быйыл ул конкурсты уңышлы үтеп, биш миллион һумлыҡ грантҡа эйә була. Ошо аҡсаларға ул машина-трактор оҫтаханаһының элекке бинаһын һатып алып ремонтлай, 600 квадрат метр тәшкил иткән ат һарайы һәм 400 квадрат метрлыҡ лапаҫ төҙөй.

Ошонан һуң 10 ай уҙып та киткән. Был арауыҡта аттар һаны артҡан — әлеге мәлдә улар 200-ҙән артыҡ иҫәпләнә.

Фермерҙың пландары етди. Үҙе әйткәнсә, ярҙамсылары ярҙамында ғына бөтә нәмәгә өлгөрөп була. Яуаплы һәм хеҙмәт һөйөүсән егеттәр Фәһим Фәхрисламов һәм Хәмит Хәбибуллин хужалыҡты асыуҙың тәүге көнөнән үк бирелә тырышып эшләй.

— Йәйен, эш күп саҡта, ауылдаштар ҙа булыша. Ҙур рәхмәт уларға. Был йүнәлештә эш башлағанда барып сығырмы тип, бик борсолғайным. Ләкин шикләнеүҙәр юҡҡа булды, ошондай хеҙмәтсәндәр эшләгәндә барыһына ла өлгөрөп була. Теләк булһа, пландарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин. Мишкә район хакимиәтенән дә, БР Ауыл хужалығы министрлығынан да ярҙам бар, — ти Әлмир Таһир улы.

Башҡорт тоҡомло аттар беҙҙең һауа шарттарына яҡшы яраҡлаша. Улар сыҙамлы һәм талымһыҙ булыуҙары менән айырыла.

Ит продукцияһын һатыу менән проблемалар юк. Итте шифаханаға ла, магазиндарға ла, йәмәғәт туҡланыу урындарында ла алалар. Мал һуйыу цехы булһа, яҡшы булыр ине, ти фермер. Тиҙ көндәрҙә башҡа фермерҙар менән берлектә ул ошо мәсьәләне хәл итергә уйлай. Эшҡыуарҙың пландарында — хәләл ризыҡ сығарырға мөмкинлек алыу,  сөнки бындай аҙыҡ-түлек һәр ваҡыт һорау менән ҡулланыла.

— Ат — ул матур хайуан ғына түгел, аҡыллы ла. Улар яратҡанды һәм наҙлағанды аңлай. Улар янында булғанда тормош ауырлыҡтары онотола, ыңғай энергия килә. Ат элек-электән кешенең яҡын дуҫы, ярҙамсыһы булған. Хәҙер ауылдарҙа аттарға хөрмәт һәм яратыу менән ҡараусылар ғына һирәк. Уларҙы үрсетеү менән шөғөлләнеүселәр ҙә аҙ, хужалыҡта тотоусылар ҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә атһыҙ ауыл ауыл түгел ул, тип һанайым мин. Ауылда йәшәп нисек ат тотмайһың инде? — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша фермер.

Киләсәктә Әлмир Таһир улы  хужалығын үҫтерергә һәм ауылдаштарына эш урындары булдырып, уларҙы сифатлы ризыҡ менән тәьмин итергә ниәтләй.

— Әлмир Таһир улы конкурста ҡатнашты һәм еңде, республиканан ярҙам алды. Беҙ үҙ эшен асырға һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” дәүләт программаһы ярҙамынан файҙаланырға теләгәндәргә булышырға һәр саҡ әҙер, — ти район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса

Мишкә районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас