Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
7 Ноябрь 2025, 06:25

Асҡындар ҙур этнографик диктант яҙҙы

“Халыҡтар күп - илебеҙ берәү!” девизы аҫтында үткән диктантта Асҡын районы халҡы әүҙем ҡатнашты.

Асҡындар ҙур этнографик диктант яҙҙыАсҡындар ҙур этнографик диктант яҙҙы
Асҡындар ҙур этнографик диктант яҙҙы

1 ноябрҙән 8-ноябргә тиклем  халыҡ-ара «Ҙур этнографик диктант» акцияһы үтә. Ул  быйыл унынсы тапҡыр ойошторола. Быйылғы диктант яҙыу Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса үткәрелгән "Рәсәй һәм БДБ (СНГ) халыҡтары" халыҡ-ара фестивале саралары программаһына индерелгән.

Ҙур этнографик диктант – Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырыусы, шулай уҡ этномәҙәни грамоталылыҡтың дөйөм кимәлен баһаларға мөмкинлек биргән мәғрифәтселек проекты. Был сарала районыбыҙҙың мәҙәниәт, мәғариф  һәм башҡа учреждение коллективтары әүҙем ҡатнашып, үҙенең белемен тикшерҙе

Кемдәр әлегә тиклем был  диктантты яҙып өлгөрмәгән, ашығығыҙ! Һорауҙар ҙур этнографик диктанттың рәсми сайтында (miretno.ru) бар. Диктантты яҙыу ваҡыты - 45 минут. Һөҙөмтәләр күрһәтелгән сертификат диктант үткәндән һуң электрон форматта төҙөлә.

Наилә Имаева.

Асҡындар ҙур этнографик диктант яҙҙы
Асҡындар ҙур этнографик диктант яҙҙы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас