Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
7 Ноябрь 2025, 07:50

Асҡында ағинәйҙәр ҡорға йыйылды

Рухлы, телһөйәр, илһөйәр ағинәйҙәр “Халыҡтар күп - илебеҙ берәү!” девизы аҫтында үткән халыҡ-ара «Ҙур этнографик диктант» акцияһы  сиктәрендә  диктант та яҙҙы.  

Асҡында ағинәйҙәр ҡорға йыйылдыАсҡында ағинәйҙәр ҡорға йыйылды
Асҡында ағинәйҙәр ҡорға йыйылды

Бөгөн  Биләмә-ара үҙәк китапханаһында ағинәйҙәр ҡорға йыйылды. 
Сараға "Ағинәйҙәр ҡоро" республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, "Киске Өфө" гә­зитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, Асҡын районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева,  Асҡын  районы "Ағинәйҙәр" ҡоро рәйесе Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалетдинова етәкселегендә ағинәйҙәр ҡатнашты.

Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова алып барған сарала ағинәйҙәр көнүҙәк һорауҙар буйынса фекер алышҡандан һуң, Асҡын  районы "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһының яңы рәйесен  һайланы.  Был вазифаға  Ҡубияҙ ауылында йәшәүсе әүҙем ағинәй Закира апай Ғилметдинова һайлап ҡуйылды.

Рухлы, телһөйәр, илһөйәр ағинәйҙәр “Халыҡтар күп - илебеҙ берәү!” девизы аҫтында үткән халыҡ-ара «Ҙур этнографик диктант» акцияһы  сиктәрендә  диктант та яҙҙы.

 

Наилә Имаева.

Асҡында ағинәйҙәр ҡорға йыйылды
Асҡында ағинәйҙәр ҡорға йыйылды
Асҡында ағинәйҙәр ҡорға йыйылды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас