Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
7 Ноябрь 2025, 08:50

Ҡарярҙар МХО-лағы яугирҙарға ярҙам итеү акцияһына ҡушылды

Халыҡ туплаған бүләк-күстәнәстәр батырҙарыбыҙға көс-ҡеүәт өҫтәһен.

Ҡарярҙар МХО-лағы яугирҙарға ярҙам итеү акцияһына ҡушылдыҠарярҙар МХО-лағы яугирҙарға ярҙам итеү акцияһына ҡушылды
Ҡарярҙар МХО-лағы яугирҙарға ярҙам итеү акцияһына ҡушылды

Ҡараяр һәм уның күрше Абдулла, Комсомол ауылдары  халҡы "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһында даими ҡатнашып,  изге эштәр башҡара. Акция тураһында иғлан итеү менән, уҡыусылар, ата-әсәйҙәр йылы кейем, тиҙ боҙолмай торған ризыҡ, сәй, ойоҡбаш-бирсәткә килтерә башланы. Шулай уҡ һалдаттарыбыҙға көн дә кәрәкле эш ҡоралдары, ике болгарка, 30 метрлы электр үткәргес тапшырылды.

Көҙгө каникул ваҡытында Ҡараяр мәктәбе хеҙмәткәрҙәре илебеҙ һаҡсыларына туҡмаҫ киҫеп әҙерләне, ә  уҡыусылар һалдат ағайҙарына изге теләктәр еткереп, хат яҙҙы.

- Ошо изге эштә ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусыларға, атай-әсәйҙәргә, уҡытыусыларға, мәктәп эшселәренә, ауыл халҡына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, -тине Ҡараяр мәктәбе директоры Гөлфирә Дилдәр ҡыҙы.

Барлыҡ йыйылған гуманитар ярҙам ирекмәндәр штабына тапшырылды.

Халыҡйыйған бүләк-күстәнәстәр батырҙарыбыҙға көс-ҡеүәт өҫтәп, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәребеҙ тыуған төйәктәренә, ғаиләләре, атай-әсәйҙәре янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Марат Бүләков.
Фото Ҡараяр мәктәбе архивынан.

Ҡарярҙар МХО-лағы яугирҙарға ярҙам итеү акцияһына ҡушылды
Ҡарярҙар МХО-лағы яугирҙарға ярҙам итеү акцияһына ҡушылды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас