

Тантаналы сарла Ҡариҙел районы хаҡимиәте башлығының урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, Асҡын һәм Ҡариҙел райондарының хәрби комиссары Азат Исмәғилев, район Советы депутаты Мирза Хөсәйенов, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Ҡараиҙел районы буйынса социаль координаторы Ришат Ғәлинуров, Дамир Солтановтың тормош иптәше, туғандары һәм яҡындары, Абыҙ мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары, МХО-ла ҡатнашыусы ветерандар, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары, синыфташтары, дуҫтары ҡатнашты.
- Мин ғаиләм исеменән ауыр саҡтарҙа ярҙам ҡулын һуҙған район хакимиәтенә, хеҙмәттәштәремә, Дамирҙың дуҫтарына, ауылдаштарыма, күршеләремә айырым оло рәхмәтемде еткерәм, - тине геройҙың тормош иптәше Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы.
2025 йылдың 8 ноябрендә Дамир Риза улына 45 йәш тулыр ине.
Батыр яҡташыбыҙҙың исеме хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Марат Бүләков.
Автор фотолары.
Ҡариҙел районы.