

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Ул Башҡорт матбуғатына яҙылыу акцияһын башлап ебәрҙе һәм эстафетаны ҡала, райондарҙағы ҡоролтай рәйестәренә тапшырҙы.
Артабан һүҙҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов алды. Ул да гәзит-журналдарға яҙылды һәм эстафетаны милли ойошманың Президиумы, Башҡарма комитеты ағзаларына тапшырҙы.
“Ҡәҙерле милләттәштәр! Әйҙәгеҙ, халҡыбыҙҙың рухи именлеге мәнфәғәтендәге мөҡәддәс бурыс итеп тойоп, баҫмаларыбыҙға ярҙамды һәр ҡайһыбыҙ үҙенән башлаһын”, — тине сығыш яһаусылар һәм “Бөтә ҡоролтай менән — милли матбуғатҡа” акцияһына старт бирҙе.
Башҡорт матбуғатына яҙылыу акцияһы барышында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина сығыш яһап, сараның юғары әһәмиәтен билдәләне, уны ойошторған, үткәргән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт белдерҙе.
Осрашыуҙа һүҙ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен борсоған көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында барҙы. Барыһын да ауылдарҙа күҙ терәп торған почта бүлексәләренең ябылыуы, почтальондарҙың ҡыҫҡартылыуы һөҙөмтәһендә гәзит-журналдарҙың ваҡытында таратылмауы, шул сәбәпле гәзиткә яҙылыусылар һаны кәмеүе борсой. Был мәсьәләне сисеү юлын етәкселәр альтернатив подписканы әүҙем ойоштороуҙа күрә.
Ултырышта урындағы ҡоролтай рәйестәренә һәм ағзаларына республикала сыҡҡан милли баҫмаларҙы таратыуҙа һәм уларға яҙылыуҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашырға ҡушылды.
Видеоконференция йәнле аралашыу, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу форматында үтте. Бындай сараларҙы артабан да ойошторорға, милли матбуғатты таратыуҙа киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә урындағы хакимиәт етәкселәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм урындағы ҡоролтай йәмәғәтселәре менән тығыҙ бәйләнештә әүҙем эшмәкәрлек алып барырға тәҡдим ителде.
Наилә Имаева.