

Әлеге ваҡытта төбәктә заманса глэмпингтарҙы үҙ эсенә алған ике инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Был эшмәкәрлек «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты буйынса, субсидия иҫәбенә алып барыла. Балтастың ике эшҡыуары дәүләт ярҙамы алған.
Ял базаһында әле ҡышҡа әҙерлек эштәре бара. Киләһе миҙгелдән бында мунса һәм асыҡ һауа аҫтында һыу инеү урындары барлыҡҡа киләсәк.
Марат Хәйруллин туризм өлкәһендә 10 йылдан артыҡ эшләй. Ғаилә бизнесын тап үҙенең тыуған яғында асырға хәл итә. Бында туристарҙы хозур тәбиғәт, заманса уңайлы ял базаһы ғына түгел, ҡыҙыҡлы маршруттар ҙа көтә.
— Беҙҙең ял базаһы матур тәбиғәт ҡосағында, тарихи-мәҙәни урындарға бай ерҙә урынлашҡан. Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле туристик һуҡмаҡтар һалырға була. Салауат Юлаев ғәскәре лә ошонан йыраҡ түгел уҙған булған. Милли батырыбыҙҙың музейы ла яҡында бар. Бөтә райондың мәҙәни-тарихи урындарын урап сығырлыҡ итеп төҙөгән маршруттарыбыҙ бар, — ти Марат Хәйруллин.
Ял йорто ситтән килгән туристарҙы ғына түгел, эргәләге ауылдар халҡын да йәлеп итә. Глэмпинг ғаилә байрамдарын ойоштороу, осрашыуҙар уҙғарыу, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн ҡулай. Ял базаһы йыл әйләнәһенә эшләй. Һәр өйҙә йоҡо, аш-һыу, йыуыныу бүлмәләре бар. Улар көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған.
Эшҡыуарҙар быуаны төҙөкләндерергә һәм һыу буйына уңайлы һуҡмаҡ эшләргә йыйына. Әле иһә эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү дауам иттә.
Хужалар әйтеүенсә, Балтас глэмпингтары Башҡортостандың ғына түгел, сит өлкә туристарының да яратҡан урындарына әйләнә бара.
Фекер...
Айһылыу Йыһангирова, Балтас районы хакимиәтенең туризм буйынса баш белгесе:
— Балтас районында туризм һуңғы йылдарҙа ныҡлап үҫешә. Федераль аҡсаларға урындағы йүнселдәр глэмпингтар төҙөп сыҡты. Барыһы ла әлеге көндә уңышлы эшләй. Бер глэмпингта — һигеҙ, икәүһендә өсөшәр йорт бар. Уларҙың һәр береһе дүрт кешегә иҫәпләнгән. Улар йыл әйләнәһенә эшләй. Глэмпингтарҙың үҙенсәлеге шунда, ял базалары хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Уларҙа заманса уңайлы шарттар тыуҙырылған, шуға ла туристарҙа йорттар ҙур ихтыяж менән файҙалана. Ял итеүселәрҙең ағымы арта ғына.
Һандарға килгәндә, Башҡортостанға йыл башынан бер миллион ярымға яҡын кеше ял итергә килгән. Республика Хөкүмәтендә билдәләүенсә, биш йылдан туристар иҫәбе йылына ике тапҡырға артасаҡ.