Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Ноябрь 2025, 07:00

Асҡында фажиғәле хәл теркәлде

Кисә кис Асҡын ауылында шәхси йортта ут сығып, 42 йәшлек  ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерҙе өҙөлә ...

Асҡында  фажиғәле хәл теркәлдеАсҡында  фажиғәле хәл теркәлде
Асҡында фажиғәле хәл теркәлде

Асҡын районында фажиғә: янғындан һуң һәләк булған ҡатындың кәүҙәһе табылған...

Кисә кис ашығыс хеҙмәттәргә Асҡын ауылының Тыныслыҡ урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре янғынды һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшереү барышында һәләк булған ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһе табыла. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәфтишсеһе эшләй. Янғын сәбәбе һәм матди зыян асыҡлана.

Һәләк булған ҡатындың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра:

- түшәктә тәмәке тартмағыҙ! 

- йылытҡыстарҙы төнгөлөккә һүндерергә онотмағыҙ;

- янғын хаҡында иҫкәрткән сигнализация ҡуйығыҙ, ул һеҙҙе көслө тауыш менән уятасаҡ.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-06/ot-os-os-h-l-4455077

Асҡында  фажиғәле хәл теркәлде
Асҡында фажиғәле хәл теркәлде
Автор:
Читайте нас