

Хәҙерге заманса техника һәм технологиялар алға киткән осорҙа боронғо ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, милли йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөү, уларҙы йәш быуынға тапшырыу бигерәк тә мөһим. Ошо көндәрҙә Маты ауылында йәшәүсе тырыш һәм оҫта ҡуллы Эльвера һәм Фәрит Солтановтар ғаиләһендә үткән Ҡаҙ өмәһе быға асыҡ миҫал булды.
Ҡаҙ өмәһе — ғаиләнең генә түгел, ә ауыл кешеләренең дә тупланыу, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙыу, берҙәмлекте күрһәтеү сараһы ла. Ул матур йола ғына түгел, ә ауыл тормошоноң бер мөһим өлөшө, үҙ-ара бәйләнеште нығытыу, йәш быуынға милли традицияларҙы, ауыл эштәренең әһәмиәтен өйрәтеү өсөн бына тигән мөмкинлек тә. Эльвера һәм Фәрит Солтановтар үҙҙәренең тырышлығы, уңғанлығы һәм боронғо йолаларҙы хөрмәт итеп йәшәүе менән күптәргә таныш.
Был көндө Солтановтар өйөнә туғандары, күршеләре һәм дуҫтары йыйылды. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Берәүҙәр ҡаҙҙарҙы йолҡто, икенселәре эстәрен таҙартты, өсөнсөләре мамыҡтарын йыйып тултырҙы. Ҡаҙ йолҡоу ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҙ-ара ярыш рәүешендә лә уҙа. Өмәлә иң йәш һәм ҡаҙҙы таҙа итеп йолҡоусы булараҡ Алия Хәсәнова танылды. Ҡаҙ йөнөн мендәр яһау өсөн тултырғанда һәр кеше үҙенең теләктәрен әйтеп һала. Уның йолаһы шундай. Эше бик күп Ҡаҙ өмәһенең, әммә барыһы ла күңелле итеп, йырлап, таҡмаҡтар әйтеп башҡарыла. Олораҡтар тәжрибә уртаҡлаша, яуаплыраҡ эштәрҙе үтәй, ә йәштәр уларға ҡарап өйрәнә.
Ҡаҙҙарҙы йолҡоп, эс-башын таҙартып бөтөргәс, өмәселәр йырлап шишмәгә юлланды. Был да өмәнең үҙенә күрә бер матур күренеше. Эштең уңышлы тамамланыуына һөйөнгән өмәселәр Лена Дәүләтшина уйнаған гармун моңдарына ҡушылып, халыҡ йырҙарын моңло итеп һуҙып, ауыл ситендәге таҙа, һалҡын шишмәгә төшөп, ҡаҙҙарҙы сайҡаны. Ололар әйтеүенсә, бының да үҙ мәғәнәһе бар. Бер яҡтан, үҙең үҫтергән, әҙерләгән ризыҡтың таҙалығына, сифатына иғтибар итеүҙе аңлатһа, икенсе яҡтан, шишмә һыуы кеүек саф, мул ғаилә тормошо, иҫәнлек-һаулыҡ теләүҙе белдерә, тиҙәр.
Эштәр тамамланғас, барыһы да бергәләшеп, ҙур табын артына йыйылды. Өмәселәр арығандарын да онотоп, рәхәтләнеп һөйләшеп, ҡаҙ ите, тәмле аш һәм ҡаҙ майында бешкән ҡоймаҡ менән һыйланды. — Ҡаҙ өмәһе – ул ҡышлыҡҡа ризыҡ әҙерләү генә түгел, ә яҡындарың, туғандарың һәм дуҫтарың менән бергәләп, эш араһында көлөшөп, аралашып, ял итә торған бер байрам да ул, – ти хужабикә Эльвера Солтанова. – Бында беҙ йолаларыбыҙҙы, традицияларыбыҙҙы иҫкә төшөрәбеҙ, йәштәргә аңлатабыҙ. Шишмә буйына төшөп ҡаҙҙарҙы сайҡатыу ҙа милли рухыбыҙҙың бер сағылышы.
Маты ауылында Ҡаҙ өмәһе йыл да уҙғарыла. Үткән көҙ Гөлнара һәм Илфат Сафиндар ойошторһа, быйыл бына Солтановтарҙа гөрләп үтте. Уңған хужалар әйтеүенсә, милли йолаларҙы хөрмәт итеп йәшәү халҡыбыҙҙың үткәнен, мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға ярҙам итә.
Фирғәт Нәбиуллин.