Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ноябрь , 10:30

Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтелә

Асҡын районында психологик ярҙам күрһәтеү эше эҙмә-эҙлекле алып барыла.

Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтелә
Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтелә

Педагог-психолог Наза Миңлеғәлиева билдәләүенсә, ярҙам төрлө категория граждандарға: фронттан ҡайтҡан яугирҙарға, уларҙың тормош иптәштәренә, ата-әсәләренә һәм балаларына күрһәтелә. Ауырлыҡтар менән  осрашҡан был төркөмдәрҙең  һәр береһенә индивидуаль һәм һөнәри ҡараш талап ителә.

—           Беҙ шәхси, ғаилә проблемалары, сәләмәтлек һорауҙары һәм көрсөк  хәлдәр буйынса эшләйбеҙ. Практикабыҙҙа  консультацияларҙан  тыш, стресты һәм ҡурҡыуҙы  бөтөрөү өсөн арт-терапия, музыкаль терапия һәм бинаураль ритм кеүек заманса ысулдар да ҡулланыла, — тип һөйләй Наза Наил ҡыҙы. — МХО-ла  ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына психологик ярҙам күрһәтеү — миһырбанлылыҡ һәм кеше хәленә керә белеүҙе талап иткән мәсьәлә. Был эштәрҙең һөҙөмтәһе  бар, һәм киләсәгебеҙҙе, именлегебеҙҙе һаҡлаған яугирҙар, уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ.

Эшмәкәрлектең төп бурысы  булып Махсус хәрби операция буйынса ведомство-ара комиссия ултырыштарында ҡабул ителгән йөкләмәләрҙе башҡарыу тора. Ярҙамды  координациялау буйынса  ведомство-ара психологтар төркөмө  булдырылды, МХО-ла  ҡатнашҡандарға һәм уларҙың  ғаиләләренә ярҙам итеү  буйынса район программаһы төҙөлдө.

Психологик ярҙам мәктәптәрҙә РФ Мәғариф министрлығы тәҡдимдәренә ярашлы күрһәтелә. Белем усаҡтарында биш психолог эшләй, кәрәк булғанда, Ғаилә хеҙмәтенән, йәштәр бүлегенән һәм Республика үҙәгенән белгестәр йәлеп ителә.   Класс етәкселәре һәм уҡытыусылар махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған йәки хеҙмәт иткән яугирҙар балаларының психологик хәлен күҙәтә. Проблемалар килеп сыҡһа, ата-әсәләр менән  әңгәмәләр үткәрелә һәм ярҙамдың башҡа төрлө  һөҙөмтәле ысулдары һайлана.

Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү өсөн  бер нисә элемтә каналы эшләй:

-              Ышаныс телефоны: 89373404343 (көн дә 11.00-20.00 сәғәттәрҙә).

-              Психолог менән аноним һәм тиҙ аралашыу өсөн  телеграмда онлайн-чат.

-              Түбәндәге адрес буйынса шәхсән мөрәжәғәт  итеү: Асҡын ауылы, Чапаев урамы, 3-сө йорт, 5-се кабинет.

Наилә Имаева.

Фото архивтан.

Һүрәттә:

Граждандарға һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға ярҙам  күрһәтеү  үҙәгендә Төньяҡ филиалдың педагог-психологы Наза Наил ҡыҙы Асҡын районы психологтарының өсөнсө форумын әҙерләп үткәрә. Был мөһим сара көндәлек эштәре менән кешеләргә күңел тыныслығы табырға, ауырлыҡтарҙы еңергә һәм эске  гармонияны булдырырға ярҙам итеүселәрҙе бергә йыя.

Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтелә
Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтелә
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: