

Магинскиҙың әүҙем тормош алып барыусы халҡы, клуб хеҙмәткәрҙәре һәм ике локацияла рәхәтләнеп шөғөлләнә: көндөҙ (бер аҙ иркенерәк булғандар) һәм кис (эшләүселәр һәм бала ҡараусы әсәләр өсөн).
"Айыҡ ауыл-2025" республика конкурсының муниципаль этабы һәм "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы сиктәрендә үҙ организмыңды һауыҡтырыу һәм уға ярҙам итеү буйынса үткәрелә был сара.
Спорт осрашыуы лимфомассаждан башлана, яйлап гимнастика таяғы менән күнегеүҙәргә күсә, һуңынан аэробика менән тамамлана.
“Ошондай күңелле физик күнегеүҙәрҙән һуң, тәнгә — еңеллек, күңелгә ҡәнәғәтлек алаһың. Спорт ялы берләштерә, матурлыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итә”, - ти “Сәләмәтлек”тә шөғөлләнеүселәр.
Наилә Имаева.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-228628714_1289