Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ноябрь , 12:00

Имен-аман йөрөгөҙ!

Иптәштәр, үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ, юлдар тайғаҡ! Бындай ваҡытта юл-транспорт ваҡиғалары һаны бермә-бер арта. Бәлә-ҡазаны иҫкәртер, хәүеф кимәлен кәметер өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәренең кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға өндәйбеҙ!    

Имен-аман йөрөгөҙ!
Имен-аман йөрөгөҙ!
Автоһәүәҫкәрҙәргә!
 
Резинаны ваҡытында алмаштырығыҙ, ҡар яуғанын көтөп тормағыҙ. Биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы +5°C түбән икән, тимәк ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә ваҡыт.
 
Әйткәндәй, резинаны һәр биш йыл һайын алмаштырырға кәрәк (дөрөҫ һаҡланған хәлдә).
 
Юлға сығыр алдынан "дворник"тарҙы боҙҙан таҙартырға кәрәк. Хәрәкәт итеү барышында ҡар йәбешһә, туҡтап, уларҙы ла, тәҙрә-көҙгөләрҙе лә таҙартығыҙ.
 
Тайғаҡ ҡышҡы юлдарҙа ҡыумағыҙ! Тиҙлек һәр ваҡыт юл хәленә ҡарап һайланырға тейеш. Ашыҡҡан - ашҡа бешкән! 
 
Колея һәр миҙгелдә лә хәүефле, ә ҡышын бигерәк тә. Әгәр уны алдығыҙҙа күреп ҡалһағыҙ, колея машина тәгәрмәстәре араһында ҡалырлыҡ итеп үтергә тырышығыҙ. Колеяға төшөп китһәгеҙ, рулде төҙ тотоғоҙ, яйлап ҡына тиҙлекте кәметегеҙ.
 
Киҫкен хәрәкәттәр-  ҡурҡыныс! Ныҡ итеп газға йәки тормозға баҫырға, рулде борғоларға ярамай. Өҙөклөктәр менән тормоз тоторға өйрәнегеҙ. Алғы, артҡы һәм тулы приводлы машиналар тайып киткән саҡта эш итеү алгоритмдары төрлө.
 
Әгәр артҡы приводлы машинаның акселератор педаленә баҫҡан саҡта ул тая башлаһа, шунда уҡ газды ташлағыҙ. Боҙло урындан төшөп барғанда машина двигателе менән тормоз тота башлаһа һәм артҡы яғын ситкә алып китһә, ипләп кенә газға баҫырға һәм юғары тапшырыуға күсергә кәрәк. Был ваҡытта рулде тайып киткән яҡҡа борорға кәрәк.
 
Алғы приводлы машина булғанда, тайып киткән саҡта шунда уҡ газ педаленә баҫырға һәм түбәнге тапшырыуға күсергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта рулде тайыу яғына борорға. Ошолай иткәндә, машина кире тигеҙ хәленә ҡайтырға тейеш.
 
Тулы приводлы автомобилдә иң ауыры. Ни бары ипләп кенә рулде тайыу яғына борорға кәрәк. Газ педаленә теймәгеҙ, быға тиклемге торошо һаҡланһын.
Машинағыҙҙың приводы ниндәй генә булмаһын, тайып киткән саҡта ҡул тормозына (ручникка) бөтөнләй теймәгеҙ.

Ғәҙәттән тыш хеҙмәттәрҙең шылтыратыу телефоны 112
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙы хөрмәт итегеҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306

Автор:
Читайте нас: