

Бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән, тырыш балалар үҫтереп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре уңыштарына һөйөнгән ағинәйҙе 90 йәше менән ҡотларға район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева килә. Нәжибә апай менән бергә совхозда эшләгән хөрмәтле ағинәйҙәр — хеҙмәт ветерандары Зәнүфә апай Ғәйнелйәнова, Иҡзида апай Насертдинова, Рәминә апай Нурмөхәмәтова, Ҡашҡанан Нәсимә ҡыҙы менән Фәнәүи кейәүе, Сания Сәлихова, шулай уҡ ауылдаштары килә.
Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе Нәжибә Мостафа ҡыҙын ҡотлап, уның фиҙаҡәр хеҙмәт юлын, тырышлығын, көслө рухлы, кешегә ярҙамсыл булыуын билдәләп, намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерә һәм һау-сәләмәт булып, тормошҡа һөйөнөп, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, бәхетле, тыныс ҡартлыҡ кисереүен теләй.
Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре урындағы үҙешсән артистар, уҡыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре Нәжибә апайға матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр бүләк итә.
Сара һуңында барыһы ла бергәләп байрам табыны артында Нәсимә ҡыҙы алып килгән күстәнәстәрҙән ауыҙ итеп, тәмләп сәй эсә. Ағинәйҙәр Ралиф Муллаянов баянда уйнаған көйҙәргә ҡушылып йырлай. Йәш саҡтарын, хеҙмәт йылдарын, балалар үҫтергән мәлдәрен иҫкә төшөрөп, хәтирәләр яңырта.
Нәжибә Мостафа ҡыҙының 90 йәшлек тыуған көнө бик йылы мөхиттә матур һәм күңелле уҙа. "Айыҡ ауыл-2025" конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы солтанбәктәр ауылда шундай хөрмәтле ағинәйҙәр булыуына һөйөнә.
Нәжибә Мостафа ҡыҙының бала, үҫмер сағы ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа уҙа. Үҙ ғүмерендә шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә татыған, тырышлығы һәм ныҡлы характеры һәр саҡ тормош юлында оҙатып барып, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән уға.
Нәжибә апай бөгөн дә тормош һөйөүен, дәртен һаҡлап ҡалған. Оҙон, еңел булмаған тормош һәм хеҙмәт юлын бик яҡшы хәтерләй. 90 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, һаман йорт мәшәҡәттәрен үҙе башҡара. Эшһеҙ торорға яратмай ул.
Хөрмәтле ағинәй йәшенә бирешмәй, төшөнкөлөккә бирелмәй, тормошҡа ыңғай ҡарай.
Бөгөнгө байрамда әйтелгән изге теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Хөрмәтле Нәжибә апа! Сәләмәтлек, тормошҡа һөйөү һәм оптимистик ҡараш һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр көн яңы шатлыҡ, көс һәм күңел тыныслығы бүләк итһен!
Наилә Имаева.