Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ноябрь , 23:50

Яңы байрам: Рәсәй халыҡтары телдәре көнө булдырылды!

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы. Ҡасан билдәләнә был көн, уҡығыҙ:

Яңы байрам: Рәсәй халыҡтары телдәре көнө булдырылды!
Яңы байрам: Рәсәй халыҡтары телдәре көнө булдырылды!

Рәсәйҙә ике яңы байрам барлыҡҡа килде. Был турала Президент Владимир Путиндың указдары баҫылды.

Хәҙер илдә Рәсәй Федерацияһының Аҙ һанлы аҫаба халыҡтары көнө һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнәсәк. Ике указ да бөгөндән көсөнә инә. Рәсәй Федерацияһының Аҙ һанлы аҫаба халыҡтары көнө — 30 апрелдә, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө 8 сентябрҙә билдәләнәсәк. Документтан күренеүенсә, президент беренсе датаны илдең аҙ һанлы төп халыҡтарының «традицион йәшәү рәүешен, хужалыҡ эшмәкәрлеген, кәсептәрен һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтен» һаҡлап ҡалыу өсөн раҫлай.

Рәсәй Президенты июнь айында Рус теленә һәм ил халыҡтары телдәренә ярҙам итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса советта Рәсәй халыҡтары телдәре байрамын булдырыу кәрәклеге хаҡында һөйләне. Ул уны билдәләү көнө итеп 8 сентябрҙе тәҡдим итә, сөнки был көндө совет шағиры Рәсүл Ғамзатов тыуған.

Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса (2020 йыл), Рәсәйҙә 176 туған тел теркәлгән. Рус теле менән бер рәттән татар, чечен һәм башҡорт телдәре лә киң таралған. Иң һирәк осрағандары - исланд, керек, юг, габон һәм юит. Юиттар (азия эскимостары) телендә Рәсәйҙә бер генә кеше һөйләшә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

https://bashgazet.ru/news/telgen-m-bergen-m/2025-11-04/ya-y-bayram-r-s-y-haly-tary-teld-re-k-n-buldyryldy-4452233

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

Автор:
Читайте нас: