Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ноябрь , 08:00

Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәһен

Радий Хәбиров республика халҡын Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.

Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәһен
Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәһен

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты һәм   байрам менән ҡотланы.

– Беҙ берҙәмлегебеҙҙе раҫлау, ошо минуттарҙа Рәсәйҙе яҡлаған геройҙарға ярҙам итеү өсөн йыйылдыҡ. Бөгөн Башҡортостан халыҡтары, йөҙҙәрсә йыл элек ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, Ватанды йәнә иңгә-иң терәшеп һаҡлай. Тарих күп тапҡырҙар илебеҙ халыҡтарының һынау сәғәттәрендә тағы ла нығыраҡ берләшеүен иҫбатлайНиндәй генә ҡурҡыныс булып күренмәһен, һәр дошманды еңеп сыға. Шулай булды, шулай бар һәм шулай буласаҡ, – тине ул.

Радий Хәбиров заманса шарттарҙа республиканың динамик үҫешен билдәләне.

– Башҡортостан ышаныслы алға бара. Сәнәғәт үҫә, ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Кешеләрҙең социаль хәле яҡшыраБеҙ Ватандың оборона ҡалҡанын нығытыуға ҙур өлөш индерәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Хөрмәтле дуҫтар, республикабыҙ киләсәктә лә сәскә атыуы, хәүефһеҙ йортобоҙ, беҙҙең, балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ өсөн туған һәм яҡын булыуы тик үҙебеҙҙән тора. Төрлө халыҡтар, дин кешеләре берҙәм һәм татыу йәшәгән йорт, унда изгелек, хәстәрлек һәм үҙ-ара ярҙам итешеү өсөн урын бар.

Башҡортостан Башлығы хеҙмәт коллективтарына һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт әйтте, республика халҡының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

– Хеҙмәтегеҙ, мөһим эштәрегеҙ менән дөйөм Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерәһегеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ яугирҙәр өсөн бик мөһим, ул уларҙың рух көсөн һәм алға барырға тәүәккәллеген нығыта. Һәр яугирҙең батырлығы алдында баш эйәм. Уларҙың туғандары һәм яҡындары һәр ваҡыт беҙҙең иғтибарыбыҙ менән уратып алынасаҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Минең өсөн һеҙ барығыҙ ҙа ысын геройҙар. Берегеҙ ҙә ҡаушап ҡалманы, берегеҙ ҙә ҡулдарын төшөрмәне. Ил, йәмғиәт ҡаршы торҙо. Беҙ, берләшеп, Ватаныбыҙҙы тағы ла көслөрәк иттек. Һәр ваҡыт шулай буласаҡ! Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән, ҡәҙерле ватандаштарБарығыҙға ла һаулыҡ, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйемТыуған Башҡортостаныбыҙға һәм Бөйөк Рәсәйебеҙгә тыныслыҡ һәм сәскә атыуын теләйем!

Тантаналы сараны республиканың ижади коллективтары һәм башҡарыусыларының концерты дауам итте.

Фото: /glavarb.ru/ru.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-10-31/be-e-s-n-i-m-ime-haly-tar-du-m-tatyu-y-sh-en-4450832

Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәһен
Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәһен
Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәһен
Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡтар дуҫ һәм татыу йәшәһен
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: