Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Нәжибә апайға ни бары биш йәш була. Ата-әсәһе ҡосағында иркәләнеп, наҙланып, тиҫтерҙәре менән туйғансы уйнап үҫә торған бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Күпме сабыйҙың яҙмышын, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, бала саҡ бәхетенән мәхрүм иткән ул йылдар шауҡымы Мәрбиевтар ғаиләһен дә урап үтмәй.
— Бәләкәй булһам да, атайымды һуғышҡа оҙатҡаныбыҙ хәтерҙә. Бесән ваҡыты ине. Өс бер туған — атайым Мостафа, Ғиззәтулла һәм Әхмәтсафа бабайҙарымды ауыл осона ҡәҙәр оҙатып барҙыҡ. Зәһиҙә һеңлем, Әзһәр ҡустым менән атайымды бер нисә көндән ҡайтыр, тип көтә инек. Ләкин һуғыш үҙенекен итә: миллион ҡорбандар кеүек, атайым да Тыуған ил алдындағы бурысын батырҙарса үтәп, сит ерҙәрҙә ятып ҡала. Ул саҡта миңә ете йәш ине. Әсәйем был юғалтыу ҡайғыһын бик ауыр кисерҙе, ләкин бирешмәне, һынманы, сөнки беҙҙе, өс балаһын, ашатырға, кейендерергә, уҡытырға кәрәк ине, — тип хәтер йомғағын һүтте Нәжибә Мостафа ҡыҙы. — Заманалар бик ауыр ине. Ашарға ризыҡ, кейергә кейем булманы. Эшләгән эш хаҡы тип, әсәйемә аҙғына иген бирәләр ине. Яҙ, йәй еттеме йыуа, балтырған, ҡымыҙлыҡ, көпшә кеүек ашарға яраҡлы башҡа үләндәрҙе быҡтырып ашап, йән аҫраныҡ. Ҡышын ас йөрөгән саҡтар булды. Ул йылдарҙағы үҙәккә үткән аслыҡ ғүмерҙә оноторлоҡ түгел... Ауыл ир-егеттәрһеҙ етемһерәп тороп ҡалды, колхоз эштәре үҫмерҙәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иңенә төштө. Бесән, ураҡ ваҡыты бигерәк үҙәккә үтһә лә, ауыр эштән берәү ҙә зарланманы, кешеләр ас-яланғас булһа ла, үҙ-ара дуҫ-татыу ине.
Тормош дауам итә. Хеҙмәт юлын бала саҡтан башлаған Нәжибә апайға бишенсе класта уҡығанда уҡ 50 көн эш планы бирәләр. Көн буйы колхозда, ә кисен ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә етен йолҡоп, һуғып, талҡып, еп эрләй. Көҙ көнө бәрәңге ҡаҙып алғас, таҙартып, центнерлап ҡоротоп, хөкүмәткә тапшыралар. Шул бәрәңге ҡабағын әрәм итмәйенсә, он тарттырып, икмәк бешергәндәр.
Нәжибә Мостафа ҡыҙы урындағы мәктәптә ете класс белем ала. Артабан фермала төрлө эштәрҙә эшләй. Бер йыл Табаҫҡытамаҡ яғында дуҫ ҡыҙҙары менән урман киҫә.
1955 йылдың мартында ауылдаштары Фәниә Фаязова, Фәзғиә Әхийәрова, Мансур Зиннәтов менән бергә уларҙы Ленинград өлкәһенә торф сығарырға ебәрәләр. Унда ике йыл ярым эшләйҙәр. Нәжибә апай эш хаҡын йыйып, ауылға әсәһенә ебәреп тора, кейем-һалым алып, посылкалар ҙа һала. Шулай ярайһы ғына аҡса эшләп, ғаиләһенә ярҙам итә ҡыҙҙар.
1958 йылда Вахит Мәрби улы менән ғаилә ҡора Нәжибә Мостафа ҡыҙы. Ҡыҙҙары Нәсимә менән улдары Нәфҡәт тыуғас, йәш ғаилә сиҙәм ерҙәрҙе күтәрергә Чита өлкәһенә китә. Унда өс йыл йәшәйҙәр. Вахит ағай тракторҙа эшләй, Нәжибә апай интернатта хеҙмәт һала. Йәш ғаиләнең өсөнсө балалары Мидхәт ошонда тыуа. Өс йылдан һуң Мәрбиевтар кире тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә. Нәжибә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы совхозда һауынсы булып эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн Почет грамоталары менән дә бүләкләнә.
Нәжибә Мостафа ҡыҙы тормош иптәше менән 28 йыл бергә йәшәп ҡала, Вахит Мәрби улы ауыр сирләп, вафат була.
Бөгөнгө көнгә тиклем хәстәрлекле әсә балаларын ҡайғыртып йәшәй. Улы Нәфҡәт менән күпләп мал, ҡош-ҡорт ҡарай. 89 йәшенә тиклем һыйыр ҙа һауа. Йыл да баҡса үҫтереп, мул уңыш ала. Быйыл да 90 йәшен тултырыусы ағинәйҙең йәшелсә-емештәре ишелеп уңа.
Нәжибә Мостафа ҡыҙының дүрт ейән-ейәнсәре һәм дүрт бүлә-бүләсәре бар. Уларҙың уңыштарына һөйөнөп ғүмер итә ул.
— Әсәйемдең ғүмере фиҙаҡәр хеҙмәттә үтте. Үҙен аямай, һәр саҡ тырышып эшләне: совхозда ла, өйҙә лә. Уның ял иткәнен хәтерләмәйем дә, һәр саҡ нимәлер эшләй. Буш ваҡыты булдымы, бәйләм бәйләй йәки тегенә ине. Ул бешеренергә бик оҫта, шул тиклем тәмле итеп пирогтар һәм шәңгәләр бешерә. Әле 90 йәшендә лә ул икмәк һала, ашарға әҙерләй. Һаман да беҙҙе уйлап, хәстәрләп йәшәй. Беҙ уны оло юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ, - тип әсәһенә рәхмәт һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Нәсимә ҡыҙы.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән, етемлекте үҙ иңендә татыған,барлыҡ ауыр эштәрҙе үҙ елкәһендә йырып сыҡҡан оло йөрәкле ағинәй ул Нәжибә Мостафа ҡыҙы. Изге күңелле, ярҙамсыл булғаны өсөн ауылдаштары ла хөрмәт итә. Беҙ ҙә Нәжибә Мостафа ҡыҙын 90 йәше тулыуы менән ҡотлап, уға балаларының игелеген, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарына төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ.
Наилә Имаева.