Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Ноябрь , 22:30

Ветеран статусы

2022 йылдың октябренән 2023 йылдың сентябренә тиклем үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән яугирҙар хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алырға мөмкин.  

Ветеран статусы
Ветеран статусы

Ил Хөкүмәте телеграм-каналында хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр әҙерләнгән. "Улар мөһим бурыстарҙы үтәне, илебеҙ өсөн көрәшкәндә батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтте, шуға күрә уларҙың һәр береһе хәрби хәрәкәттәр ветераны йәки инвалиды статусын юллау һәм уларға бирелгән өҫтөнлөктәрҙән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә була. Дәүләт Думаһы депутаттары, һуңынан сенаторҙар закон проектын тиҙ арала ҡабул итер, ә беҙҙе һаҡлаусылар тейешле ярҙам менән файҙалана алыр тип иҫәпләйбеҙ", - тип белдерҙе Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин.

 

#КискеӨфө

Автор:
Читайте нас: