
Тәмәке лә, вейп-системалар ҙа һаулыҡҡа ҙур зарар килтерә. Әгәр ҙә никотин тураһында барыһын тиерлек белеп, һуңғы йылдарҙа уға ҡаршы ҡаты көрәш алып барылыу сәбәпле ыңғай һөҙөмтәләр булһа, ә бына электрон сигареттарҙың һәм вейптарҙың популярлығы бер ҙә кәмемәй. Айырыуса табиптар һәм ғалимдар араһында вейптарҙың үҫмерҙәр араһында киң популяр булыуы борсолоу уята. Бының менән мауыға башлаған кеше, хуш еҫле тәмләткестәр процесты еңеләйтеү һөҙөмтәһендә, уны көндән-көн йышыраҡ ҡуллана башлай. Тимәк организмға көс тә көндән-көн нығыраҡ төшә. Һүҙ тын алыу органдары тураһында ғына бармай.
Билдәле булыуынса, вейп-системаларындағы шыйыҡсаларҙың составына пропиленгликоль, глицерин, никотин, диацетил, хуш еҫле өҫтәмәләр инә. Ә уның боҫон һурған ваҡытта ауыр металдарҙың иондары организмға үтеп инә. Улар эндокрин системаһына нисек йоғонто яһай һуң? Мәҫәлән, ҡоролма ҡыҙмаһын өсөн яуап биреүсе пентабромдифенил эфирҙар йөрәк һәм мейе эшмәкәрлеген көйләүсе ҡалҡан биҙе гормондарына емерткес тәьҫир итә.
Бынан тыш, вейптарҙы артыҡ күп ҡулланыу ир-егеттәр тестотстеронының кимәле һәм спермотозоидтар күләменең кәмеүенә килтереүе ихтимал. Вейп-системаларҙың боҫоноң ҡатын-ҡыҙҙарҙың енси системаһына кире йоғонто яһауы ла асыҡланған.
Ни өсөн вейптарҙы балаларға һәм үҫмерҙәргә ҡулланыу ярамай?
Тәмләткестәр һәм ауыр металдар эске секреция биҙҙәренә – үҫеште, таралыуҙы, тәртипте, яраҡлашыуҙы тәьмин итеүсе биологик актив гормондарға бик насар йоғонто яһай. Шунлыҡтан организм әле үҫешкән ваҡытта үҫмерҙәргә вейптарҙы ҡулланыу айырыуса хәүефле.
Шулай уҡ әҙ генә артыҡ кәүҙә ауырлығы булғанда ла вейптарҙан баш тартыу хәйерле. Ә инде диабет менән ауырыусыларға ул бөтөнләй ярамай, сир тағы көсәйеп китеү ҡурҡынысы ҙур.
Шунлыҡтан вейпта никотин булмаһа ла, ул һаулыҡ өсөн бик хәүефле.
Вейптар тағы ла нимәһе менән хәүефле?
Электрон сигареттарҙы йәки вейптарҙы тартҡанда бүленеп сыҡан боҫта 30-ҙан ашыу хәүефле матдә төрө бар. Мәҫәлән, пропиленгликоль орагнизмда йыйылып барырға һәләтле һәм аллергия, эренләү процестары, бауыр менән бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеге боҙолоуына килтереүе ихтимал. Пропиленгликоль менән глицерин термик тарҡалыуҙан тын алыу органдары, үҙәк нервы системаһы зыян күрә, төрлө үҙгәреш процестары башлана.
Бәйлелек барлыҡҡа килеү хәүефе көсәйә, шул иҫәпәтән башҡа матдәләргә лә, мәҫәлән, алкоголгә. Ароматизаторҙар аллергия тыуҙыра, хатта бронхиаль астмаға тиклем үҫешеүе ихтимал.
Электрон сигареттарҙың аэрозолдәре металдар булыуы менән хәүефле. Айырыуса нервы, тын алыу, эндокрин, аш эшкәрте-, йөрәк-ҡан тамырҙары ситемаһын зарарлаусы никель менән ҡурғаш.
Кире йоғонтоноң тәүге билдәләре
Тәүге билдәһе – ул күп итеп шайыҡ бүленеп сығыу һәм ауыҙҙың кибеүе. Был ауыр металдарға организм шулай реакция бирә. Йыш ҡына уны ҡулланыусылар баш ауыртыуына, баш әйләнеүенә, күңел болғаныуына, эс ауыртыуына, хәтерҙең насарайыуына, иғтибарлылыҡтың юғалыуына заралана. Улар юҡ-барға ғына ҡыҙып бара, йыш ҡына депрессияға бирелә.
Вейптарҙы ҡулланыу инфаркт, инсульт һәм онкология ауырыуҙарының үҫешеү хәүефен бермә-бер арттыра. Уны тартыуҙың зыяны юҡ тип үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Тулыһынса вейптарҙан баш тартыу ғына кешенең иң ҡәҙерле нәмәһен – һаулығын һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итер.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.