Сарала Яубүләк, Солтанай, Упҡанкүл һәм Ҡаракүл ауылдарынан фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткән, тәрбиәле балалар үҫтергән һәм хаҡлы ялда ла йәмәғәт эшендә ҡатнашып, йәнтөйәктәренең йәшәйешенә үҙ өлөшөн индергән гүзәл заттар ҡатнашты. Байрамда улар хөрмәтенә йылы һүҙҙәр әйтелде, уларҙың хеҙмәт юлына, халыҡ мәнфәғәте өсөн башҡарған изге эштәренә байҡау яһалды, бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Кисә район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларының, Солтанай ауылы һәүәҫкәрҙәренең моңло йырҙары менән үрелеп барҙы. Аралашыуға, хәтирәләрҙе иҫкә алыуға ҡоролған күңелле осрашыу йылы мөхиттә һәм бер тында үтте.
Тантаналы өлөштән һуң сарала ҡатнашыусылар милли ризыҡтарҙан әҙерләнгән сәй табыны артында һөйләшеүҙе дауам итте, донъя хәлдәре тураһында һөйләште.
Фәйрүзә Юнысова фотолары.