Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
29 Октябрь 2025, 15:00

Һөйөнсө! Ауыл мәктәбе директорҙары грант аласаҡ

Уны түләү тәртибе раҫланды, һәр грант суммаһы – 690 мең һум.

Һөйөнсө! Ауыл мәктәбе директорҙары грант аласаҡҺөйөнсө! Ауыл мәктәбе директорҙары грант аласаҡ
Һөйөнсө! Ауыл мәктәбе директорҙары грант аласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте ауыл ерендә эшләгән дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәренә гранттар түләү тәртибен раҫланы. Документҡа Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы.

Яңы башланғыс ауыл директорҙарының һөнәри уңыштарын дәртләндереүгә һәм республиканың алыҫ райондарында белем биреү учреждениеһы етәксеһе һөнәренең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән. Иң яҡшы директорҙарға аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк.

Директорҙарға грант аҡсаһы конкурс нигеҙендә биреләсәк. Еңеүселәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү ҡаралған.  Грант алыусыларға,  аҡса алғандан һуң,  кәмендә 10 йыл мәктәптә эшләү кәрәклеген күҙ уңында тоторға ла кәрәк. Ошо йөкләмәне боҙған осраҡта  сумманы кире республика ҡаҙнаһына ҡайтарырға кәрәк буласаҡ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-10-29/y-ns-auyl-m-kt-be-direktor-ary-grant-alasa-4446321
Автор:
Читайте нас