

“112 – Экстренная помощь” һәм “МЧС России” ҡушымталары ашығыс хеҙмәттәр менән тиҙ арала элемтә булдырыу һәм халыҡҡа оператив хәл тураһында хәбәр итеү өсөн кәрәк.
"112 — Экстренная помощь” ҡушымтаһы ҡотҡарыусыларҙы, полицияны йәки ашығыс медицина ярҙамын бер төймәгә баҫып саҡырыу мөмкинлеге бирә. Уның ярҙамында квалификациялы ярҙамды ваҡытында алыу өсөн үҙеңдең геолокацияңды һәм мөһим медицина мәғлүмәттәреңде (ҡан төркөмө, хроник ауырыуҙар) ебәрергә, ваҡиға урынынан фото һәм видео тапшырырға мөмкин.
“МЧС России” ҡушымтаһы насар һауа шарттары, пилотһыҙ аппараттар һөжүме хәүефе һәм башҡа хәүеф тураһында ваҡытында иҫкәртә. Функциялары иҫәбендә – ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тотоу буйынса эҙмә-эҙлекле күрһәтмәләр.
Фото: Аңлатабыҙ. Башҡортостан.