Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Октябрь , 22:40

Рәсәйҙә Cуд хеҙмәткәрҙәре көнө булдырылды

Рәсәй хөкүмәтенең тейешле ҡарарына премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Рәсәйҙә Cуд хеҙмәткәрҙәре көнө булдырылды
Рәсәйҙә Cуд хеҙмәткәрҙәре көнө булдырылды

«5 ноябрҙе Суд хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамы итеп билдәләргә», — тиелә документ тексында.

Байрам Бөтә Рәсәй Императоры Петр I-нең «Суд формаһы тураһында» указы сыҡҡан көнгә тура килтерелгән. Был указ 1723 йылдың 5 ноябрендә донъя күргән.

Документ судтарҙың эштәрҙе ҡарау тәртибен, граждандар эштәре һәм енәйәт эштәренең күп өлөшө ике яҡтың да туранан-тура ҡатнашлығында ҡаралыуын билдәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы байрам булдырыу башланғысын Рәсәй президенты Владимир Путин хупланы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-28/v-rossii-uchrezhdena-novaya-prazdnichnaya-data-den-rabotnika-suda-4443466

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас