

Башҡортостанда ямғырҙар туҡтаясаҡ, йылытасаҡ һәм ҡояшлы һауа торошо ҡайтасаҡ. Алдағы көндәргә фараз менән Рәсәй Гидрометеорология үҙәге синоптиктары таныштырҙы.
Рәсәй метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, октябрь аҙағында йылытасаҡ һәм ямғырҙар туҡтаясаҡ. Бөгөн, 24 октябрҙә, иртән яуым-төшөм көтөлә, әммә көн дауамында ямғырлы һауа торошо юҡҡа сығасаҡ. 25 һәм 26 октябрҙә көндөҙ ҡояшлы була. Ямғырҙар 29 октябргә тиклем көтөлмәй. 27-29 октябрҙә болотло буласаҡ.
26-29 октябрҙә көндөҙ һауа +10, +11 градусҡаса йылына. Алдағы ете көндә иң һыуыҡ көн 24 октябрҙә була, ул саҡта +7 градус ҡына фаразлана.
26 октябрҙән төндә плюс температура урынлаша. 28 октябрҙән 29-на ҡарай төндә термометр бағанаһы +6 градусҡаса күтәрелә.
Республиканың төньяҡ-көнсығышында 25-27 октябрҙә ҡоро һауа торошо, ә 29 октябргә (көндөҙ +11 градусҡа тиклем) йылыта.
Төбәктең көньяғында ҡояшлы һауа торошо 24-28 октябрҙә һаҡланасаҡ, был көндәрҙә +10, +11 градус буласаҡ, әммә төндә һауа температураһы 0 градустан түбән буласаҡ.
Башҡортостандың көнбайыш райондарында 25 һәм 26 октябрҙә ҡояшлы һауа торошо фаразлана, көндөҙ термометр бағанаһы 28 октябрҙә +10 градусҡа тиклем күтәреләсәк. 27 октябрҙән төндә плюс температура фаразлана.
Октябрь бөткәнсе ҡар яумая
Зимфира Нартдинова фотоһы.
Автор:Альфия Мингалиева