

Заман геройҙары — махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙары йәштәр өсөн Ватаныбыҙҙы яратҡан һәм уның менән ғорурланған ысын ир-егет, илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, иңдәрендә ҙур тормош тәжрибәһе ятҡан, ҡыйыу, көслө рухлы райондашыбыҙ Рәмил Мырҙаханов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Рәмил Эдуард улы, һеҙ ҡасан махсус хәрби операцияға юлланырға ҡарар иттегеҙ?
— Мин бер нисә йыл инде Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итәм. Ете диңгеҙҙә булдым. Мобилизация иғлан ителгәндә карапта эшләй инем. 2024 йылда, хәрби кеше булараҡ, унда барырға тейешлегемде аңланым. Алты ай хеҙмәт иткәндән һуң яраландым. Һыу запасын тултырырға кәрәк ине, һауыт алып ҡоҙоҡҡа киттем. Бөтәһе лә тыныс ҡына кеүек ине, ҡайҙандыр дрон килеп сыҡты ла мине утҡа тотто. Тәнемдең һул яғы тулыһынса ярсыҡта ине. Алырға мөмкин булғандарын табиптар операциялар яһап алды, аяҡта барыбер ҡалды, уларын алыу сәләмәтлеккә ҡурҡыныс.
— Күптән түгел Мишкә ауылының Һабантуй майҙанында “Милләттәр кросы” үтте, һеҙ унда үҙегеҙҙең йәш категорияһында өсөнсө урын яуланығыҙ. Йүгергәндә йәрәхәт үҙен белдерҙеме?
— Үкенескә ҡаршы, эйе. Финишҡа бер нисә метр ҡалғас, аяҡ бөтөнләй һиҙмәй башланы. Ауыртыуҙы түҙергә тура килә. Быға һынау кеүек ҡарайым. Йәш саҡта спорт менән шөғөлләнеүем мине түҙемлеккә өйрәтте. Түбәнге Сорокин ауылына күсенгәнсе мин Ҡайраҡта йәшәнем. Еңел атлетика, саңғы спорты менән шөғөлләндем. Физик форманы һәр саҡ тоторға тырыштым: һәр беребеҙҙең проблемалары бар, уларҙы сисер өсөн көс кәрәк.
— Һеҙ фронтҡа барғанда нимәгә әҙер түгел инегеҙ?
— Мин һәр көн Хоҙайҙан ошо яуызлыҡтың бөтөүен һораным. Бер ваҡыт алға эйелеп нимәлер эшләгән саҡта хеҙмәттәштәремдең: “Һауа! Блиндаж!” — тип ҡысҡырғанын ишеттем. Аңланым — дрондар. Бындай ваҡытта ҡыбырларға ла ярамай. Башымда бер генә уй ине: “Ғүмерем бөтһә — үлермен”. Иҫән ҡалдым. Ошо осраҡтан һуң Аллаһы Тәғәләгә ныҡлап ышана башланым.
— МХО-нан һуң һеҙ хәрби эшегеҙгә ҡайтҡанһығыҙ. Әле ҡайҙа хеҙмәт итәһегеҙ?
— Мурманскиҙа, Төньяҡ флотта, хәҙер ҡоро ерҙәмен. Әле тормош иптәшем менән атай-әсәйҙәребеҙҙе күрергә ҡайттыҡ. Тағы ла ҙур шатлығым бар — ошо көндәрҙә атай булдым. Мин сикһеҙ бәхетле!
— Мишкәлә булғанда һеҙ Ирсай мәктәбе уҡыусылары менән дә осрашҡанһығыҙ.
— Уҡытыусылар, мәктәп директоры Анатолий Александрович Нәжмиев менән күрешеүемә бик шатмын. Бирелә бер йыл ғына уҡыуыма ҡарамаҫтан, күңелемдә яҡты хәтирәләр генә һаҡлана. Уҡыусылар менән осрашыуға мин хәрби кейемдә барҙым. Балалар наградаларымды ҡараны, ҡасан, ни өсөн бирелеүе менән ҡыҙыҡһынды. Үҙемдең хәрби хеҙмәт тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләнем. Һуғыш — ул үлем, ҡанҡойош, атыш, балаларға былар тураһында һөйләргә ярамай... Иң мөһиме — улар уҡыһын, белем алһын, мәктәптә, барлыҡ сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашһын, әүҙем булһын. Мин өс йыл “Эрвел” халыҡ бейеү ансамблендә лә шөғөлләндем. Күптән түгел йәш состав менән осраштыҡ. Мишкә агросәнәғәт колледжында уҡығанда ла сараларҙа ҡатнашып йөрөнөм.
— Һеҙҙең позывной нисек ине?
— Рэм. Рәмил Эдуард улы Мырҙаханов. Һуңыраҡ миңә беҙҙең подразделениела себерҙән ошондай позывнойлы яугир хеҙмәт итеүен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның һәләк булыуын һөйләнеләр. Беҙҙең республиканан “Башҡорт”, “Сага” менән бергә булдыҡ. Дағстан, Удмуртия егеттәре бар ине. Старшинабыҙ Әрмәнстандан ине, ҡыйыу, оҫта хәрби ине, унан башҡа беҙ бурыстарҙы еренә еткереп үтәй алмаҫ инек. Әйткәндәй, уны Мурманскиҙа осраттым. Бик шатландыҡ бер-беребеҙҙе иҫән-һау, аяҡта күреүебеҙгә.
— Махсус хәрби операция тормошоғоҙға ниндәй йоғонто яһаны?
— Хоҙай биргән ғүмерҙе ҡәҙерләргә кәрәк икәнлеген аңланым. Ваҡытты бушҡа, мәғәнәһеҙ эштәргә сарыф итергә ярамай. Мин бөгөн үҙем, ғаиләм, яҡындарым, йәмғиәт өсөн ниндәй файҙалы эш башҡара алам? Ошо турала уйларға кәрәк.
— Рәмил Эдуард улы, һеҙгә 25 йәш, ләкин һеҙҙең иңдә ҙур тормош тәжрибәһе ята, ә хәрби кейемегеҙҙе наградалар биҙәй. Һеҙ “Башҡортостан Геройҙары” республика проектында ла уҡыйһығыҙ. Ошо программа тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
— Был — махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙары өсөн юғары дәүләт идаралығы мәктәбе. Киләсәктә улар власть органдарында һәм урындағы үҙидаралыҡта, ойошмаларҙа, предприятиеларҙа эшләй алһын өсөн уҡытыла. Иң юғары наградама килгәндә — ул Александр Суворов миҙалы, шулай уҡ 2-се дәрәжә “Хәрби батырлыҡ” миҙалы менән дә бүләкләндем.
— Беҙ бөтәбеҙ ҙә Еңеүгә ышанабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың иҫән-имен ҡайтыуын теләйбеҙ. Һуңынан уларға көндәлек тыныс тормошҡа нисек яраҡлашып китергә?
— Тормош мәғәнәһен табырға, ни өсөн йәшәгәнеңде аңларға кәрәк. Нимә менәндер шөғөлләнергә, хәрәкәтләнергә, үҫешергә, үҙеңде юғалтмаҫҡа. Ғаиләһе булғандар яҡындары өсөн йәшәйәсәк. Ғаиләң юҡ икән, башҡаларға ярҙам итергә, ирекмәнлек эше менән шөғөлләнергә мөмкин. Йәштәргә өлгө булыу мөһим. Махсус хәрби операция — ул һынау. Иң мөһиме — кеше булып ҡалырға кәрәк. Ышанысты юғалтмаҫҡа, бигерәк тә яу яланында. Тылдағы рухи һәм матди ярҙам яугирҙарға көс, өмөт өҫтәй. Ошо изге эшкә ҡушылған һәр кешегә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Виктория Ишмырҙина әңгәмәләште.