

Хеҙмәт династиялары — ул һәр предприятиеның һәм йәмғиәттең ғорурлығы. Улар һөнәри оҫталыҡтарын ғына түгел, үҙҙәренең эшенә һөйөүен, хеҙмәткә ихтирамын һәм һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоғон да быуындан-быуынға тапшыра. Бындай ғаиләләр районыбыҙҙа ла байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе — аталы-уллы Дамир һәм Денислам Сабировтар.
Сабировтар үҙҙәренең хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән районыбыҙҙа ғына түгел, баш ҡалала ла билдәле. Улар көн һайын Балтастан Өфөгә тиклем ара үтеп, ҡаланың таҙалығын һаҡлауға мөһим өлөш индерә.
Ғаилә башлығы Дамир Фәнис улы “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” акционерҙар йәмғиәте коллективында эшләй. 2019 йылдың сентябренән автотранспорт цехының тәжрибәле водителе ул. Хеҙмәттәштәре һәм предприятие етәкселеге тарафынан танылыу яулаған үҙ эшенең оҫтаһы биш бала тәрбиәләп үҫтергән лайыҡлы атай ҙа. Улы Денислам да 2019 йылдан бирелә тырышып хеҙмәт һала. Ул башта предприятиеға тейәү һәм бушатыу ҡулайламаһы операторы булып эшкә урынлашҡан, ә 2022 йылдан автотранспорт цехы водителе булып эшләй.
Ғаилә традицияларын дауам итеп, Денислам үҙе лә тормош иптәше менән өс ул — Сәлмән, Тамерлан һәм Нурланға ғүмер бүләк итеп, күркәм тәрбиә бирә.
Нәҫелдән килгән водитель һөнәренә тоғро Дамир һәм Денислам Сабировтар көн һайын Балтас районынан Өфөгә тиклем яҡын булмаған араны үтә. Улар баш ҡаланың таҙалығын һаҡлауға мөһим өлөш индереп, бер-береһенә алмаш, терәк булып эшләй. Уларҙың хеҙмәте һөнәри бурыстың, ғаилә ҡиммәттәренең һәм атай яуаплылығының дөйөм именлек хаҡына берләшеүенә сағыу миҫал булып тора. Һәр ерҙәгесә, Дамир һәм Денислам Сабировтар башҡарған эштә лә ваҡ-төйәк нәмәләр юҡ: һәр рейс, йыйылған сүп-сарҙың һәр тоннаһы — баш ҡаланың төҙөклөгөнә, таҙалығына индерелгән өлөш. Уларҙың тырыш хеҙмәте ҡала халҡының тормошон уңайлыраҡ һәм матурыраҡ итә.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.