

“Айыҡ ауыл-2025” республика конкурсының район этабында ҡатнашыусы Солтанай ауылында төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы берҙәм тырышлыҡ менән мәҙәниәт йортоноң кәртәһен яңыртты.
Көн ямғырлы тороуға ҡарамаҫтан, ир-егеттәр иртәнән үк мәҙәниәт йорто эргәһенә йыйылып, эште нимәнән башларға кәңәшләште. Һәр береһе кәрәкле эш ҡоралын үҙе менән алып килгәйне. Ҡороған ҡыуаҡтарҙы киҫтеләр, күптән иҫкергән ҡойманы һүтеп ташлап, тимер бағаналар ҡаҡтылар, профилдәр иретеп йәбештерҙеләр.
Ир-егеттәр иҫкергән ишек алдын яңыртҡан арала гүзәл заттар тимер бағаналарҙы буяп та ҡуйҙы.
Мәҙәниәт йорто ҡоймаһын яңыртыуҙа Венер Әбдрәхимов, Реваль Әхмәтйәнов, Фларис Шәйнуров, Илнур Йосопов, Илвир Сәмиғуллин, Зөфәр Шәйхетдинов, Илһам Нурғәлиев, Равиль Хәбибуллин ҙур тырышлыҡ һалды.
Илһөйәр Махатова.