

Был көндө тәбиғәттең иң сағыу миҙгеленә арналған ижади конкурсты тантаналы йомғаҡлау һәм көҙгө дефиле уҙҙы. Йәнле музыка һәм алҡыштар аҫтында йәш моделдәребеҙ – ҡайғыртыусан, фантазияға бай ата-әсәләрҙең ҡулдары менән эшләнгән береһенән-береһе матур, сағыу йәшелсә-емеш костюмдарында тәрбиәләнеүселәр подиумға сыҡты. Ниндәй генә костюмдар юҡ ине — кәбеҫтә, кишер, ҡабаҡ, картуф, ҡарбуҙ, виноград, апельсин, груша һәм башҡалар.
Әкиәт геройҙары - Көҙ һәм Уңыш феяһы байрам ҡунаҡтары булды. Улар балалар өсөн тылсым һәм күңелле мөхит тыуҙырҙы. Шулай уҡ байрамға мәғариф ветерандары һәм мәғариф бүлеге вәкилдәре саҡырылғайны.
Жюри ҡатнашыусыларҙың тырышлығын, фантазияһын баһаланы һәм бөтәһен дә дипломдар менән бүләкләне.
Сара “йәшелсә-емештәрҙең” дөйөм әйлән-бәйлән бейеүе һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар балалар баҡсаһы сәхифәһенән алынды.