

Октябрь аҙағы, ноябрь, декабрь башы. Ниндәй һауа торошо көтөлә? Синоптиктар ниндәй фараз ҡыла?
Октябрҙең һуңғы көндәрендә яуым-төшөмһөҙ йылыраҡ һауа торошо көтөлә. Көндөҙ +10 градусҡаса йылыта. Ә айҙың иң һуңғы көнөндә хатта төндә лә, көндөҙ ҙә бер төрлө температура торасаҡ.
Ноябрь башында һалҡынайта. 7 ноябрҙә 0 градусҡаса төшә, шунан көндөҙ ҙә 0-дән түбәнерәк төшә башлай. 9 - 14 ноябрҙә ҡар яуыуы фаразлана. Ай уртаһында ҡапыл ныҡ һыуыта -13 градусҡаса төшә, ә төндә инде -20 градус. 17 ноябрҙән тағы йылыта. Ҡар ҡатыш ямғыр һәм һауа температураһының +3 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә.
Ҡыш ныҡлап 22 ноябрҙә килә, ти белгестәр. 28 ноябрҙә көндөҙ -10 градус һәм унан түбәнерәк, төндә -22 градусҡаса туңдыра.
Декабрҙең беренсе көнө һыуыҡ ҡына - төндә -21, көндөҙ -14 градус тирәһе. Артабанғы көндәрҙә йылыраҡ -6 градус, ә төнөн -15 градус.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Автор:Аклима Гизатуллина