Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Октябрь 2025, 19:12

Кемдәр ваҡытынан алда хаҡлы ялға китә ала?

Күп балалы әсәләр, инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсә, тағы ла бер нисә категория граждандар ваҡытынан алда пенсияға китеү хоҡуғына эйә. 

Кемдәр ваҡытынан алда хаҡлы ялға китә ала?Кемдәр ваҡытынан алда хаҡлы ялға китә ала?
Кемдәр ваҡытынан алда хаҡлы ялға китә ала?

37 йыл рәсми теркәлгән хеҙмәт стажы булған ҡатын-ҡыҙҙар һәм 42 йыл хеҙмәт стажына эйә булған ир-егеттәр  билдәләнгән пенсия йәшенән ике йылға алдараҡ хаҡлы ялға сыға ала. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-егеттәр 60 йәше тулғас ҡына  ошондай хоҡуҡ менән файҙаланырға тейеш.

Бынан тыш, пенсия йәшенә яҡынлашҡан граждандар эшкә урынлаша алмаған осраҡта ла ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләнеү  ҡаралған.  Был осраҡта ла улар билдәләнгән пенсия йәшененән ике йыл алда хаҡлы ялға китә ала.

Күп балалы әсәләргә лә пенсия ваҡытынан алда тәғәйенләнә. Белеүебеҙсә, биш бала тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙәр 50 йәштән хаҡлы ялға китә. Шулай уҡ өс һәм дүрт бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр ҙә пенсияға ваҡытынан алдараҡ сыға ала.  Өс балаһы булған  әсә  яңы билдәләнгән пенсия йәшенән өс йыл алда  хаҡлы ялға китеү хоҡуғына эйә.  Әгәр ҙә ҡатындың дүрт  балаһы бар икән,  тимәк уға дүрт йыл алдан пенсия тәғәйенләү мөмкинлеге ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта күп балалы әсәләрҙең, ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн, дөйөм алғанда 15 йыл хеҙмәт стажы булырға тейеш һәм уларҙың балаларын 8 йәшкә тиклем тәрбиәләүе мотлаҡ.

Инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәйҙәр ҙә ваҡтынан алда хаҡлы ялға сығырға хоҡуҡлы.  8 йәшкә тиклем инвалид-бала тәрбиәләүсе һәм 15 йыл хеҙмәт стажы булған әсә 50 йәштә хаҡлы ялға сыға ала. Шулай уҡ 8 йәшкә тиклем инвалид бала тәрбиәләгән атайҙар ҙа ваҡытынан алда, йәғни 55 йәштә пенсияға сыға ала. Уларҙың хеҙмәт стажы 20 йыл булырға тейеш.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бер ғаиләнән тәүҙә әсәһе иртәрәк пенсияға сыҡһа, һуңынан атаһы ла  ошо уҡ хоҡуҡ менән файҙалана ала. Тик бының өсөн әсә кешенең бындай пенсиянан баш тартыуы йәки башҡа төр пенсияға (мәҫәлән, ҡартлыҡ буйынса)  күсеүе кәрәк.

Фото:асыҡ сығынаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас