Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
17 Октябрь 2025, 09:42

“Иң ҙур байлығыбыҙ – балалар”

Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ был донъяға бер бурыс менән тыуа — нәҫелде дауам итеү, үҙеңдән һуң һау-сәләмәт, бәхетле балалар ҡалдырыу. Ошо хәҡиҡәтте бала нәҡ ғаиләлә аңлап үҫергә тейеш. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, ти халыҡ мәҡәле. Борайҙа йәшәүсе Алһыу һәм Салауат Ҡорбановтар ошо дөрөҫлөктө аңлап үҫкән һәм ғаиләләрен дә ныҡлы итер өсөн бар тырышлығын һалып йәшәй.

“Иң ҙур байлығыбыҙ – балалар”“Иң ҙур байлығыбыҙ – балалар”
“Иң ҙур байлығыбыҙ – балалар”

Алһыу үҙе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән, өс ҡыҙҙың уртансыһы. Бәләкәйҙән ата-әсәһенең ҡул араһына инеп, ауыл ерендәге барлыҡ эш-мәшәҡәттәрҙе аңлап, мәктәптә тырышып уҡып, ҡуйған маҡсаттарға ирешергә өйрәнеп буй еткергән ул. Тыуған ауылы Иҫке Бикмәт мәктәбендә 9-сы класты тамамлағандан һуң, Нефтекама педагогия колледжына уҡырға инә. Ошо уҡыу йортон, унан һуң М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Тормош иптәше Салауат — район үҙәге Борай ауылы егете. Ата-әсәһенең икенсе, төпсөк улы. Бәләкәйҙән ағаһына ҡушылған эште икегә бүлеп эшләп, ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ икәнен аңлап үҫә. Әле лә ул атаһының уң ҡулы, беренсе ярҙамсыһы. Халыҡҡа ассенизатор хеҙмәте күрһәткән, ҡомташ ташыған атаһына һәр саҡ булышып торорға тырыша ул.
Ҡорбановтар 16 йыл татыу ғүмер итә. Был ваҡыт эсендә улар ҡыҙҙары Амалияға, улдары Батырға һәм Юлайға ғүмер бүләк иткән, матур, йылы йорт һалып ингән, икеһе лә эш урындарында ихтирамлы хеҙмәткәр булыуға ирешкән.
Алһыу Рәдис ҡыҙы Борайҙың 2-се “Йәйғор” балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Салауат Фәдис улы — 72-се янғын-ҡотҡарыу часында водитель.
Балаларыбыҙ — беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ. Бына бит әле лә “дыу” килеп уйнайҙар, йүгерәләр, шатланалар. Уларға ҡарап беҙ һөйөнәбеҙ, барлыҡ эшебеҙ, мәшәҡәттәр онотола, — ти Салауат.
Эйе, — тип һүҙгә ҡушыла Алһыу. — Ҡайһы саҡта күп балалы әсәләргә ауыр һүҙ ҙә ишетергә тура киләлер. Аптырайым был һүҙҙәргә. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Улар үҙ-ара дуҫ, татыу, үҙҙәренсә серләшә. Өҫтәүенә, хөкүмәт тарафынан ярҙам да бар. Мин, киреһенсә, күп балалы әсә булыу абруйлы, отошло һәм модалы тиер инем. Хәҙер ишле бала тәрбиәләгән ғаилә дәүләт тарафынан бирелгән ярҙамға эйә була, яҡлаулы. Бер кемде лә “юл сатында” ҡалдырмайҙар. Бала үҫтергәндә барыһы ла кәрәк: тәмле-татлы, туҡлыҡлы ризыҡ та, яҡшы кейем дә, аҡсаһы ла. Төрлө пособиелар, ер участкаһы биреүҙәр, һөт кухняһы бар. Һанап китһәң, байтаҡ. Ярҙамға дәғүә итеүселәргә шарттар ҙа уңайлаштырылды, барыһы ла тиерлек “Дәүләт хеҙмәттәре” аша эшләнә. Шуға бары тик рәхмәтле генә булырға кәрәк.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙ матди байлыҡ, карьера, аҡса эшләү менән артыҡ мауыҡтыҡ. Шул уҡ ваҡытта, иң мөһиме — ата-әсә булыу бәхете тураһында онотабыҙ. Беҙҙең юл — ныҡлы, күп балалы ғаиләләр, балаларҙы изгелек, выждан , намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундары нигеҙендә тәрбиәләү”.


Шулай, Ҡорбановтарҙың был һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Алһыу Рәдис ҡыҙы эшләй башлаған ғына мәлендә, йәш белгес булараҡ, ер участкаһы алыуға ирешкән. Унан Салауат Фәдис улы менән ғаилә ҡорғас, йәш ғаилә йорт төҙөүҙе тамамлауға кире ҡайтармай торған субсидия алған. Әсә капиталына ла эйә Ҡорбановтар. Юлай тыуғас, Амалия мәктәптә бушҡа туҡлана, Батыр 1-се класҡа уҡырға ингәндә уҡыу кәрәк-яраҡтары тултырылған портфель бүләк итәләр. Шулай уҡ Амалия менән Батырға алған мәктәп формаһына компенсация бирелгән.
Әлбиттә, балалар етеш тормошта үсһен, мохтажлыҡ кисермәһен, тип тырыша ата-әсә. Салауат Фәдис улы эштән бушаған арала һис тик торғандарҙан түгел, һәр саҡ ниҙер таба, эшләй.
Алһыу Рәдис ҡыҙы балалары һәр яҡлап үҫешкән булһын өсөн бөтә тырышлығын һала. Гимназияның 6-сы класында уҡыған Амалия гел бишле билдәләренә генә өлгәшә. Уҡыуҙан тыш ул төрлө фәнни конференцияларҙа ҡатнаша, һүрәт төшөрөү, сәйләндән үреү, бәйләү, йөҙөү түңәрәктәренә йөрөй. 2-се класс уҡыусыһы Батыр ҙа апаһынан һис ҡалышмай, көрәш менән шөғөлләнә, йөҙә. Алһыу үҙе машинала йөрөй, балаларын кәрәк урынға илтеп ҡуя.
Балалар менән даими шөғөлләнһәң генә улар уңышҡа ирешә. Бының өсөн атай менән әсәйҙең ярҙамы кәрәк. Балаларыбыҙ беҙҙән яҡшыраҡ тормошта йәшәһен, беҙҙән уңышлыраҡ булһын, тип теләйбеҙ. Шуға ла уларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә тырышам. Бала бит ул кеше араһында йөрөһә генә аралашырға, ҡыйыуыраҡ булырға өйрәнә. Республикабыҙҙа балалар үҫеше өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Теләгән спорт төрөң менән шөғөлләнергә мөмкин. Түңәрәктәрҙең түләүлеләре лә, түләүһеҙҙәре лә бар. Теләгәнен һайлап ал ғына, — ти хәстәрлекле әсә.
Шулай, дөйөм алғанда, республика етәкселеге күп балалы ғаиләләр тураһында хәстәрлек күрә, уңайлы шарттарҙа үҫеү мөмкинлектәре бирә. Мәҫәлән, төбәк дәрәжәһендә алты йәшкә ҡәҙәр күп балалы ғаиләләрҙә сабыйҙарға бушлай дарыуҙар биреү ҡаралған, ә балалар баҡсаларына уларҙы тәү сиратта ҡабул итәләр. Мәктәп уҡыусылары өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, туҡланыу һәм форма ҡаралған. Бынан тыш, ишле ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бирелә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, шул иҫәптән ер участкалары алырға ярҙам итәләр. Балалы ғаиләләргә ярҙам саралары ҙур һәм татыу ғаилә булдырыу өсөн этәргес булып тора.
Тимәк, Алһыу Ҡорбанова әйткәнсә, күп балалы ғаилә булыу абруйлы һәм модалы булһын өсөн республикабыҙҙа шарттар тыуҙырылған.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Автор:
Читайте нас