Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Октябрь , 11:29

Пенсия-пособиелар түләү ваҡыты күсерелә!

Пенсия һәм балалар пособиеларын түләүҙәге үҙгәрештәр хаҡында иҫкәрттеләр: ҡасан көтөргә?

Пенсия-пособиелар түләү ваҡыты күсерелә!
Пенсия-пособиелар түләү ваҡыты күсерелә!

Пенсия һәм балалар пособиеларын түләү ваҡыты ноябрҙә күсерелә.

2025 йылдың ноябрендә балалы ғаиләләр һәм пенсионерҙар өсөн социаль пособиелар түләү графигында үҙгәрештәр буласаҡ. «Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, төҙәтмәләргә рәсми байрам көндәре һәм ял көндәрен күсереү сәбәпсе булған. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү һәм ял көндәренең айырым графигы арҡаһында түләүҙәр ваҡытынан алда башҡарыласаҡ. 1 ноябрь – эш көнө, ә 3 ноябрь - ял көнө, шуға күрә граждандарға социаль түләүҙәр 1 ноябрҙә киләсәк.

Ғәҙәттә айҙың 10-на тиклем башҡарылған балалар пособиелары ноябрҙә билдәләнгән ваҡыттан алда түләнә. 1 ноябрҙә берҙәм пособие, өс йәшкә тиклемге беренсе балаға түләүҙәр, эшләмәгән ата-әсәләр өсөн 1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса пособие, хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына пособие һәм йөклөләргә берҙәм пособие күсереләсәк. 5 ноябрҙә әсәлек капиталынан айлыҡ пособие түләү планлаштырыла, ә 7 ноябрҙә 1,5 йәшкәсә балаларҙың эшләүсе ата-әсәләре түләүҙәр аласаҡ.

2025 йылдың ноябрендә пенсия түләүҙәре лә үҙгәрә. Пенсиялар 3-нән 25-нә тиклем түләнә, әгәр стандарт түләү датаһы байрам көнөнә тура килһә, аҡса ваҡытынан алда киләсәк.

Әйткәндәй, октябрҙә 80 йәше тулған граждандарҙың пенсияһының база өлөшө 8907 һумдан 17 815 һумға тиклем арттырыла.

Фото: З. Нартдинова

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Автор:
Читайте нас: